“РИА” яңылыҡтар хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ЮХХДИ буласаҡ водителдәр өсөн теория этабын ҡатмарлаштырырға уйлай. Дәүләт автоинспекцияһы юл ҡағиҙәләре буйынса һынау тотҡанда һорауҙар һанын арттырып, штраф балдары иҫәбен кәметергә ниәтләй.
Өҫтәмә һорауҙар башлыса автомобилде хәүефһеҙ йөрөтөү нигеҙҙәренә ҡағыласаҡ. Һәр категорияға айырым имтихан блогы әҙерләнәсәк. Бынан тыш имтихан буласаҡ автоһәүәҫкәрҙең психологик ныҡлығын һәм медицина ярҙамы күрһәтә алыу һәләтен дә тикшерәсәк.
Үҙгәрештәр 2020 йылдың октябренән индерелә, тип көтөлә. Бынан тыш имтихан тапшырыу маршруты ла үҙгәреш кисерә. Йәғни руль артында буласаҡ водитель ултырғанда имтихан алыусы инспектор маршрутты үҙгәртеү хоҡуғына эйә була.