+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
4 Ғинуар 2020, 13:50

Ҡағиҙәләргә үҙгәрештәр индерелде

Рәсәйҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр көсөнә инде.

Улар дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренә күрһәтелергә тейешле документтар исемлегенә ҡағыла.
Хәҙер ОСАГО электрон полисын алған водителдәргә ЮХХДИ инспекторҙарына уның ҡағыҙ вариантын да, шулай уҡ электрон вариантын да күрһәтергә була.
Берәүҙәр был яңылыҡ водителдәр өсөн яҡшыраҡ, тип иҫәпләһә, йәғни үҙең менән бөтә документтарҙы алып йөрөргә кәрәкмәй тиһәләр, икенселәр юлдарҙың элемтә насар булған урындарында мәғлүмәттәрҙең электрон базаһында полисты тикшергәндә проблемалар тыуыуы мөмкин, тип билдәләй.
Бынан тыш, полииция хеҙмәткәрҙәре автоматлаштырылған системанан запрос ебәреп, транспортты страховкалау тураһында килешеүҙең булыу-булмауын да тикшерә ала.
Читайте нас: