Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре йыл башынан урман хужалыҡтарында 350 тикшереү уҙғарған.
Һөҙөмтәлә 70-тән ашыу административ протокол төҙөлгән, һигеҙ енәйәт эше ҡуҙғатылған. Аныҡлап әйткәндә, енәйәт эштәренең етәүһе РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһы (урман үҫентеләрен рөхсәтһеҙ ҡырҡыу) буйынса ҡуҙғатылған, берәүһе - 158-се статьяға ярашлы (урлашыу).
Шулай уҡ "ағас үҫентеләрен рөхсәтһеҙ ҡырҡыу һәм тәләфләү" статьяһы буйынса 15 административ протокол төҙөлгән. Дәүләт теркәүе үтмәйенсә һәм махсус рөхсәт (лицензия) алмайынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барған 24 кеше фашланған.
Яңы йыл алдынан уҙғарылған "Шыршы" оператив рейдтары барышында хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре рөхсәт ителмәгән урында ылыҫлы ағастарҙы һатҡан 30 осраҡты сикләү сараһын күргән.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән "Экология" милли проекты республикала уңышлы бойомға ашырыла. Ошо йәһәттән төбәктә йәшел ҡалҡанды һаҡлау буйынса комплекслы саралар күрелә, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусыларға ҡаршы көрәш алып барыла.
Әйтергә кәрәк, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре Урман хужалығы министрлығы менән бер рәттән ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыусыларға ҡаршы маҡсатлы эш йәйелдергән.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты.