Эске эштәр министрлығы ошо көндәрҙә Енәйәт кодексына тейешле төҙәтмәләрҙе әҙерләне һәм депутаттар иғтибарына тәҡдим итте. Федераль закон проектына ярашлы, интернет селтәрен ҡулланып, наркотик һәм психотроп матдәләрҙе һатып алыуға йәки таратырға саҡырған, пропагандалаған өсөн енәйәти яуаплылыҡ ҡарала. Әлеге ваҡытта ағыулы матдәне пропагандалаусыларға 5 мең һум күләмендә штраф билдәләнгән (юридик шәхестәргә 1 миллион һумға тиклем). Дәүләт Думаһы депутаттары тәүге уҡыуҙа ҡабул иткән яңы закон наркотиктарҙы пропагандалау менән шөғөлләнгән физик шәхестәр ике йылға тиклем иркенән мәхрүм ителәсәк, тип аныҡлай. 50 мең һумға тиклем штраф һалыуҙары йәки 240 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәр йөкмәтеүҙәре лә ихтимал — былар суд ҡарарына бәйле.