+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
24 Ғинуар 2020, 11:45

Профилактикаға ҙур иғтибар бирелә

Эске эштәр бүлеге уҙған йылғы оператив эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаны.

Хоҡуҡ һаҡсыларының кәңәшмәһендә район прокуроры Б. С. Аҫылғужин, район суды судьяһы В. Н. Осипов, БР Эске эштәр министрлығының йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү идаралығы начальнигы урынбаҫары М. Т. Мөфтиев ҡатнашты.

Йыл дауамында хоҡуҡ һаҡсылары тарафынан башҡарылған эштәр, өлгәшелгән күрһәткестәр тураһында бүлек начальнигы И. Ҡ. Макаев бәйән итте.Илнур Ҡылысбай улы билдәләүенсә, төп көс профилактикаға, енәйәттәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. 80-дән ашыу йәмәғәт сараларында тәртип күҙәтелгән. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығын һайлау кампанияһы барышында, халыҡ-ара кимәлдәге сара — Сноуборд буйынса донъя кубогында хәүефһеҙлек тәьмин ителгән.

Уҙған йылда эске эштәр бүлегенең дежур часында район халҡынан һәм башҡа граждандарҙан 8467 мөрәжәғәт һәм ғариза ҡабул ителгән. Криминоген хәлде иҫкәртеү, ауылдарҙа енәйәтселек артыуына юл ҡуймау маҡсатында 70-тән ашыу комплекслы оператив-профилактик саралар уҙғарылған, халыҡ менән осрашыуҙар ҙа булған.

Дөйөм алғанда, районда теркәлгән енәйәттәр һаны кәмеүгә бара. Ташбулат, Асҡар, Йәнгел, Хәлил, Рауил ауыл биләмәләрендә һөҙөмтәләр ҡыуанырлыҡ. Дәүләт, Буранғол һәм Ҡырҙас ауыл биләмәләрендә генә теркәлгән енәйәттәр һаны бер аҙ артҡан.

Йәмәғәт урындарында ҡылынған енәйәттәр 11,6 процентҡа кәмегән, быға тиклем хөкөм ителгән граждандар тарафынан ҡылынған енәйәттәр 11,8 процентҡа әҙерәк булған. Шулай уҡ эскән килеш закон боҙоуҙар һанын да кәметеүгә өлгәшелгән.

Мутлыҡ осраҡтары әҙәйгән, быға район гәзиттәрендә халыҡты иҫкәртеүсе мәҡәләләр йыш баҫылып тороуы ла ярҙам иткән.

Үкенескә ҡаршы, район биләмәһендә кеше үлтереү осраҡтары ныҡ артҡан. Кеше ғүмерен ҡыйыу Таштимер, Асҡар, Хәлил, Хәмит һәм Йәнгел ауыл биләмәләрендә теркәлгән.

Законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш көнүҙәк булып ҡала. Уҙған йыл башында алкоголь һатыусыларҙы асыҡлау буйынса рейдтар район хакимиәте, ауыл биләмәләре башлыҡтары, матбуғат баҫмалары вәкилдәре ҡатнашлығында үткән. Был эш йыл дауамында ла туҡтамаған һәм 100-ҙән ашыу сауҙа нөктәһе һәм шәхси сектор тикшерелгән, 75 закон боҙоу осрағы асыҡланған. Спиртлы эсемлектәрҙе берәмләп һатыусы 58 кешегә административ эш асылған, ике кеше енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылған. Тоннаға яҡын шикле алкоголь продукцияһы тартып алынған.

Бәлиғ булмағандар тарафынан закон боҙоу осраҡтарын кәметеү буйынса ла йүнәлешле эш дауам итә. Шулай ҙа был күрһәткес былтыр 28,6 процентҡа артҡан һәм нигеҙҙә урлашыу осраҡтары булған. Бынан тыш үҫмерҙәр бер юл фажиғәһенә тарыған, иҫерек килеш бер енәйәт ҡылған.

Административ хоҡуҡ боҙоуҙарға килгәндә, былтыр районда 2720 административ закон боҙоу осрағы иҫкәртелгән (был күрһәткескә ЮХХДИ төҙөгән протоколдар инмәй). Административ комиссияға йәмәғәт хәүефһеҙлеген боҙған өсөн — 15, ғаилә низағы ҡуптарған өсөн — 145, ауыл хужалығы малдарын көтмәгән өсөн 110 материал ебәрелгән.

Йыл дауамында Әбйәлил юлдарында юл-транспорт ваҡиғаларында 18 кеше һәләк булған (2018 йыл менән сағыштырғанда 10-ға күберәк), 64 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Балалар ҡатнашлығында 8 авария теркәлгән. Эскән килеш рулгә ултырған өсөн 408 водитель тотолған, икенсе тапҡыр иҫерек килеш идара итеүсе 68 кешегә енәйәт эше ҡуҙғатылған.

392 енәйәт буйынса ғәйеплеләр асыҡланған, әлегә 117 енәйәт асылмаған.

Резеда ХӘСӘНОВА.

Читайте нас: