-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
31 Ғинуар 2020, 11:44

Рулдә иҫерек йөрөүсе үҫмерҙәр күп

Бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның быйылғы йылда тәүге ултырышы үтте.

Бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның быйылғы йылда тәүге ултырышы үтте.

Комиссияның яуаплы секретары Нәдилә Фәттәхова уҙған йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны.— 2019 йылда бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның 13 ултырышы булды. Уларҙа балалар һәм үҫмерҙәр тарафынан хоҡуҡ боҙоуҙарҙы, ата-әсәлек бурыстарын үтәмәүселәрҙе тикшереүҙән тыш, имен булмаған ғаиләләрҙә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, балаларға ҡарата ҡылынған енәйәттәрҙе иҫкәртеү, язаға тарттырылған үҫмерҙәргә артабан тормош йүнәлеше биреү, бәлиғ булмағандар араһында наркомания, алкоголизм осраҡтарын булдырмау, ауыр тормош хәлендәге балаларға психологик ярҙам күрһәтеү кеүек мәсьәләләргә айырыуса иғтибар йүнәлтелде.

Комиссияла бөтәһе 20 административ протокол ҡаралды. Үҫмерҙәр араһында, водитель танытмаһы булмайынса, иҫерек килеш машинаға йә мотоциклға идара итеү осраҡтары йышайҙы. Эскән килеш рулгә ултырған кешеләргә 30 мең һум штраф һалына, әммә «водитель»дең йәше тулмауы сәбәпле, был ҙур сумманы уның тотороҡло эше булмаған, бер нисә бала тәрбиәләп, осто-осҡа ял-ғап йәшәгән әсәһе түләргә мәжбүр була.

Үҙ бурыстарын тейешле үтәмәгән 52 ата-әсәгә ҡарата 5.35-се статья буйынса асылған административ эштәр буйынса ҡарар сығарылды.

Комиссияға иҫәпкә тағы 14 ғаилә, 12 үҫмер ҡуйылды. 10 үҫмер, холоҡтары яҡшыға үҙгәреүе һәм ыңғай ҡылыҡһырлама алыуы сәбәпле, иҫәптән төшөрөлдө. 8 ата-әсәгә алкоголизмдан дауаланыу буйынса ярҙам күрһәтелде. Бағымсылар ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтте. Эшҡыуар Лена Зарипова, мәҫәлән, дүрт ғаиләгә мәктәп кәрәк-яраҡтары, кейемдәр алып бирҙе.

Иҫкәртеү йүнәлешендә «түңәрәк өҫтәл», күсмә әңгәмәләр, күрһәтмә суд ултырыштары, прокуратура хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында «тура бәйләнеш» ойошторолдо.

Хәүефле социаль хәлдә һаналған 15 бала «Ирәндек» йәйге лагерында ял итте. 18 үҫмер «Үҙеңде тап» клубы ойошторған «Илгиҙәр» палаткалар лагерында булды.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әбйәлилдә былтыр бәлиғ булмағандар тарафынан дүрт үҙ-үҙенә ҡул һалыу осрағы теркәлде. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бик иртә яҡты донъя менән хушлашҡан был балалар барыһы ла имен, яҡшы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, мәктәптә һәйбәт уҡыған, әүҙем тормош алып барған, спорт менән шөғөлләнгән, комиссияла иҫәптә тормаған... Ниндәй көс еткеһеҙ сәбәп уларҙы был аҙымға этәреүен асыҡлауы ауыр.

Был үкенесле факттар буйынса махсус комиссия эшләне, мәрхүмдәрҙең туғандарына, ғаиләләренә, класташтарына психологик ярҙам күрһәтелде. Был эш быйыл да йүнәлешле дауам итәсәк, — тип һөйләне ул сығышында.

Нәдилә Ғизетдин ҡыҙы йыл дауамында комиссия менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән райондаштарҙы бүләкләне. Опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Эльвира Ниғмәтова, агросәнәғәт колледжы педагогы Гөлназ Әхмәтйәнова, «Үҙеңде тап» йәштәр-үҫмерҙәр клубы педагог-психологы Миңһылыу Ильясова, «Ғаилә» үҙәге белгесе Ләйсән Йосопова, Таһир Кусимов исе-мендәге гимназияның педагог-психологы Зилә Мәғәфүрова, район мәғариф бүлегенең өҫтәмә белем биреү буйынса методисы Әлфиә Муллайәрова бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

Артабан ултырышта тағы 9 протокол ҡаралды. Байым ауыл биләмәһендә йәшәүсе йәш ҡатындың тормош иптәше яңыраҡ вафат булғас, ул дүрт балаһына пенсия юллап алған. Әммә ирен юғалтыу ҡайғыһы уны дөрөҫ юлдан яҙҙырған — ул балаларҙы ҡарамай, эскелек менән шөғөлләнә. Бәләкәс ҡыҙ-малайҙар эргәһенә сит-ят ирҙәрҙе саҡырып, шулар менән табын ҡора, балаларҙы ашатмай, тәрбиәләмәй, бер нисә көнгә ҡалдырып сығып киткән мәлдәре лә бар. Был ғаиләлә хоҡуҡ һаҡсылары ла, биләмә хакимиәте вәкилдәре лә, комиссия ағзалары ла булған, әммә әлегә ыңғай үҙгәреш юҡ. Шуға күрә, пенсияны балаларҙың иҫәбенә күсереп, уны опека бүлегенең махсус рөхсәте буйынса ғына бирергә, әгәр әсә эсеүен ташларға теләмәһә, уны мәжбүри рәүештә дауаларға, был осорға балаларҙы ғаиләнән ваҡытлыса алып торорға тигән ҡарар сығарылды.

Хәмит ауыл биләмәһендә йәшәүсе 17 йәшлек егет (үҫмер тип әйтергә тел әйләнмәй, сөнки ул бик үҙ аллы, тырыш, эшлекле кеше), йәйге осорҙа аҡса эшләп, автомобиль һатып алған. «Права»һы булмауына бер ҙә бошонмаған, шул машинаны «йыуып», иҫерек килеш рулдә йөрөргә өлгөргән. Ғаиләлә биш бала тәрбиәләнә, 30 мең һум штрафты әсәһенә түләүе анһат булмаясағы көн кеүек асыҡ. Шулай ҙа комиссияға саҡырылған егет аптырап торманы, «аҡса эшләрмен дә үҙем түләрмен» тип ышандырҙы.

Таштимер ауыл биләмәһенән 8-се класта ғына уҡыусы малай ҙа спиртлы эсемлектәргә битараф түгел. Былтыр ҙа ул иптәше менән һыра эсеүе арҡаһында комиссияға саҡырылған. Йыл аҙағында ул, кискеһен өйгә ҡайтмай, үҙенән ҙур үҫмер менән йәнә эскән һәм иҫерек килеш ауылдағы магазинға инеп, һыра урларға маташҡан. 15 йәше лә тулмайынса иҫереп йөрөүен, енәйәти аҙымға барыуын ул бер нисек тә аңлата алманы. Был ҡылығы өсөн дә яуапты ата-әсәһенә тоторға тура килде.

Резеда ХӘСӘНОВА.

Читайте нас: