Рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу осраҡтарын профилактикалау, ундай күренештәргә юл ҡуймау, ағас һатыу ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү һәм ағас материалдарын иҫәпкә алыу һәм улар буйынса сауҙа килешеүе хаҡындағы закон талаптарын боҙоу осраҡтарын, шул иҫәптән ағас ташыу ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған кешеләрҙе асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған операция барышында федераль дәүләт урман һәм янғынға күҙәтеүенең Әбйәлил район-ара төбәк бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре райондың ЮХХДИ һәм патруль-пост хеҙмәткәрҙәре, участковыйҙары менән берлектә үткәргән рейдтарҙың береһендә законһыҙ ағастар ҡырҡыу осрағын асыҡланы. Күсем урмансыллығы биләмәһендә берәү рөхсәтһеҙ ҡарағас һәм ҡарағай йыҡҡан. Ғәйеплегә ҡарата төҙөлгән протокол нигеҙендә әлегә тикшереү алып барыла.