Рәсәй Дәүләт Думаһын депутаттары тарафынан ғәмәлдәге ҡануниәткә үҙгәреш итеп, балалар һәм йәштәр араһында наркотиктарҙы пропагандалаған өсөн 20 йылға иректән мәхрүм итергә тигән тәҡдим индерелде. Инициативаны Дәүләт Думаһының закон акттары комиссияһы ла хупланы. Балалыҡты яҡлауҙы маҡсат иткән “Демография” милли проекты ла бындай хәүефте иҫкәртеүҙе күҙ уңында тота.
“Сит илдәрҙә формалашҡан төрлө шикле ойошмалар Рәсәйҙә наркотиктарҙы легалләштереү идеяһын тормошҡа ашырырға маташа. Һәм ошо фекерҙе йәштәр күңеленә еткереү менән булыша, — ти закон сығарыусылар. — Улар “Наркотик — азатлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ, бәхет” тигән лозунг аҫтында ағыулы матдәләрҙе легалләштереүҙе алғы планға ҡуя. Бының менән көрәшеү мотлаҡ. Шул маҡсатта Енәйәт кодексының 150-се статьяһын ҡәтғиләштерергә ниәтләйбеҙ. Наркотиктарҙы пропагандалаған өсөн 20 йылға тиклем төрмәгә ултыртыу ғәҙел буласаҡ”.