+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
2 Март 2020, 11:15

Дәүләт автоинспекцияһының автопаркы яңыра

Яңы автомобилдәрҙә ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү ҡорамалдарына хәтлем бар

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияларын яңы машиналар менән тулыландырыу дауам итә. Тәүгеләрҙән булып, бындай бүләкте Мәскәү һәм баш ҡала эргәһендәге өлкәләр алһа, яҡын арала төбәктәргә лә заманса техника килеп етәсәк. Был маҡсатта РФ Эске эштәр министрлығына 9 миллиард һум йүнәлтелгән.
Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарына төрлө һауа шарттарында, юлһыҙ урындарҙа ла эш итергә тура килә, шуға күрә нигеҙҙә “внедорожник”тар һатып алынасаҡ. Текә автомобилдәрҙә йөрөгән енәйәтселәрҙе ҡыуып етеү мөмкинлеге лә артасаҡ. Бынан тыш яңы машиналарҙа тыш яҡты һәм салонды төшөрөүсе видеорегистратор, махсус сигнал, радиостанция, ике аккумулятор, хатта тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү ҡорамалдары ла була.
Читайте нас: