+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
2 Март 2020, 13:36

Изгелек тигән төшөнсәне белмәй улар

Ул бер ниндәй ҙә эҙәрмән түгел, ә кеше ҡайғыһы менән хәйләкәр эш итергә өйрәнгән әҙәм булып сыға

Бөйөк Ватан һуғышында ҡәҙерле туғанын, олатаһын, атаһын юғалтҡан кешеләр бихисап. Улар, йылдар үтһә лә, өмөтөн өҙмәй, «хәбәрһеҙ юғалған» тигән ҡағыҙға ышанмай, яҡынын эҙләргә, уның тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт табырға ынтыла. Район ауылдарының береһендә йәшәүсе ғаилә лә, һуғыштан ҡайтмаған олатаһын эҙләп, «Жди меня» тапшырыуына мөрәжәғәт итә. Әммә, үкенескә ҡаршы, был мәғлүмәтте ҡара уй менән файҙаланырға теләүселәр ҙә була. Телетапшырыуҙа «Яугир олатайыбыҙҙы эҙләйбеҙ» тигән һорау аҫтында яҙылған телефон буйынса енәйәти уй менән шылтыраталар ғаиләгә. «Туғанығыҙҙың ҡайҙа һәләк булғанын асыҡланыҡ, беҙ эҙәрмәнлек менән шөғөлләнеүсе ойошма, һалдатты тыуған еренә алып барып ерләргә уйлайбыҙ», — тип хәбәр итә мутлыҡ менән булышыусы әҙәм.
Бындай яҡшы хәбәрҙе кем яманға юраһын? Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған олатаһын алып ҡайтыу теләге менән был ғаилә лә әҙерлек башлай. Телефон аша теге кеше менән аралашып, юл сығымдарын, путевка һәм башҡа кәрәк-яраҡтарға тип, һораған һайын аҡса ебәрә. Һөҙөмтәлә, изгелек тигән төшөнсәне бар тип тә белмәгән алдаҡсы был ғаиләнән 16 мең һумдан ашыу аҡса һорап ала. Тик ул бер ниндәй ҙә эҙәрмән түгел, ә кеше ҡайғыһы менән хәйләкәр эш итергә өйрәнгән әҙәм булып сыға. Билдәле, бер ниндәй ҙә яугир тыуған еренә ҡайтарылмай...
Шулай ҙа ҡырын эштең осо бар. Ғаризаға ярашлы, телефон номеры аша эҙләп, оператив хеҙмәткәрҙәр мутлашыусы әҙәмдең эҙенә төштө һәм уға ҡарата Енәйәт кодексының 159-сы статьяһына ярашлы, эш асылды. Быға тиклем дә ошондай ҡырын эштәр менән шөғөлләнгән иргә 62 йәш, ул Марий-Эль Республикаһынан, телефон, интернет аша кешеләрҙе алдап, аҡса һорау менән булыша. 159-сы статьяға ярашлы, уға ике йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү һәм ҙур күләмдә штраф янай.

Лена ҠАДИРОВА,

өлкән тәүтикшереүсе.

Читайте нас: