+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
17 Март 2020, 11:30

Алимент түләмәһәләр...

Суд приставтары 2019 йылда 2 миллиондан ашыу һум суммаға алимент түләттереүгә өлгәшкән.

Суд приставтары 2019 йылда 2 миллиондан ашыу һум суммаға алимент түләттереүгә өлгәшкән.

Бәлиғ булмаған балаларын тәьмин итеүгә бөтә ата-әсәләр ҙә яуаплы ҡарамай шул. Ошондай осраҡтарҙа суд приставтарына, законға нигеҙләнеп, мәжбүри түләттереү сараларын күрергә тура килә. Шуларҙың береһе — тейешле сумманы бурыслы кешенең эш хаҡынан йәки башҡа урындан алған килеменән тотоу. Йүнһеҙ ата-әсәнең эҙенә төшөүе еңел түгел. Суд приставтары теркәү органдарына, кредит ойошмаларына, Пенсия фондына запростар ебәреп, бурыслының йәшәү һәм эшләү урынын, килеменең күләмен асыҡлай. Былтыр алимент тотоп ҡалыу өсөн төрлө ойошмаларға меңдән ашыу башҡарыу документтарының күсермәләре ебәрелгән. Райондың өлкән суд приставы Айгөл Хәсәнова әйтеүенсә, эш биреүселәр ҙә алименттарҙы эш хаҡынан тотоу һәм тейешле кешегә күсереү буйынса ойошмаларҙың бухгалтерияларында ла тикшереүҙәр уҙғара.Алиментты мәжбүри түләттереүҙең тағы бер һөҙөмтәле ысулы — бурыслы кешеләрҙе Рәсәйҙән ситкә сығармау. 2019 йылда балаларына алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән беҙҙең райондан 774 кеше ошондай сикләүгә дусар иттерелгән, 52 бурыслы транспорт сараһына идара итеү хоҡуғынан ситләтелгән.

Башҡарыу производствоһы ҡуҙғатылыуы хаҡында хәбәрҙар булып та, етди сәбәпһеҙ, аңлы рәүештә алимент түләмәгәндәргә ҡарата приставтар, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы РФ кодексының 5.35.1-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, административ протоколдар төҙөй. Уҙған йылда 67 протокол төҙөлгән, уларҙы ҡарау һөҙөмтәһе буйынса бурысын түләргә теләмәгән 64 кеше 150 сәғәткә тиклем мәжбүри эшләтеү язаһына тарттырылған, ике кеше 10-15 тәүлеккә административ арестҡа алынған, бер кешегә штраф һалынған. Ғәзиз балаларына битараф 27 кешегә ҡарата бурысы күп йыйылған өсөн Енәйәт кодексының 157-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. 26 йүнһеҙ ата-әсә холоҡ төҙәтеү эштәренә йүнәлттерелгән, бер бурыслы иркенән мәхрүм ителгән. Суд приставтары ғәйеп булған бурыслыларҙың ҡайҙа булыуын асыҡлау буйынса эҙәрмәнлек эше лә алып барырға мәжбүр. Былтыр 8 ҡасҡалаҡтың бишәүһенең ҡайҙалығын асыҡлауға өлгәшкәндәр.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Читайте нас: