+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
17 Март 2020, 15:58

Конституцион Суд Рәсәй Конституцияһына өҫтәмә һәм төҙәтмәләрҙе төп Законға ярашлы тип тапты

Йәмғиәттә ҙур бәхәс тыуҙырған, күп кешеләр ризаһыҙлыҡ белдергән өҫтәмәләр буйынса Конституцион Суд үҙ фекерен белдерҙе.

Йәмғиәттә ҙур бәхәс тыуҙырған, күп кешеләр ризаһыҙлыҡ белдергән өҫтәмәләр буйынса Конституцион Суд үҙ фекерен белдерҙе.
Яңы һәм мөһим өҫтәмәләр етерлек. Улар араһында, мәҫәлән, Рәсәйҙең тарихи биләмәһен тартып ала алмау, Ватан һәйкәлдәрен һаҡлау, тарихи дөрөҫлөктө боҙоуға юл ҡуймау, дәүләтте формалаштырыусы тел булараҡ рус телен аныҡлау, халыҡ-ара тыныслыҡты нығытыу буйынса саралар һәм башҡалар бар...
Өҫтәмәләр Рәсәй дәүләте принциптарына зыян килтермәй, кеше хоҡуҡтарын сикләмәй, тип белдерҙе Конституцион Суд.
Конституция эсендә Аллаһ исемен телгә алыу ҙа Суд фекеренсә, башҡа диндәрҙе кәмһетмәй, бары тик юғары көстөң булыуын билдәләй һәм уға ышаныуҙы яҡлай.
Рус телен дәүләт теле булараҡ билдәләү ҙә Рәсәйҙә йәшәүсе башҡа халыҡтар телдәрен ситләтмәй.
Читайте нас: