Конституция2020.рф һылтанмаһы буйынса инеп, «Тәҡдим ителгән өҫтәмәләр», «Ҡайҙа тауыш бирергә», «Яңылыҡтар һәм комментарийҙар», «Конституция тарихы» кеүек бүлектәрҙә төп мәғлүмәт алыу мөмкин буласаҡ. Өҫтәмәләр статьялар менән килтерелә, яңыртылған урындары күк төҫ менән билдәләнә. «Сайт әҙер, ошо көндәрҙә эшләй башлаясаҡ», — тине ресурсты әҙерләүсе ойошма вәкиле Марианна Максимовская.