+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
31 Март 2020, 14:05

Мут кешеләр уңайлы мәлде һағалай

Бөтә донъя коронавирус хәүефенән дер ҡалтырап торғанда кеше аҡсаһы иҫәбенә байығырға теләүсе әҙәмдәр яңы ысулдар уйлап таба.

Бөтә донъя коронавирус хәүефенән дер ҡалтырап торғанда кеше аҡсаһы иҫәбенә байығырға теләүсе әҙәмдәр яңы ысулдар уйлап таба. Башҡортостанда ошо көндәрҙә пандемияны үҙ файҙаһына борорға тырышҡан кешеләр асыҡланған. Билдәле булыуынса «Берҙәм Рәсәй» партияһы оло кешеләргә ярҙамға тип, ирекмәндәр хәрәкәтен йәлеп иткәйне. Ошо хәрәкәт исеме аҫтында билдәһеҙ кешеләр өй һәм фатирҙарҙы дезинфекциялайбыҙ, тип алдай. Был эш өсөн әлбиттә, аҡса һорай.

Тағы бер мут кешеләр коронавирусҡа экспресс-тест үткәрәбеҙ, тип ишектәрҙе шаҡый. Белеп ҡуйығыҙ — бер кем дә фатирҙарҙы санитар эшкәртеү менән шөғөлләнмәй, ә экспресс-тестарҙы тик махсус медицина учреждениеларында ғына үтеп була.

Шулай уҡ башҡа кешеләрҙең банк карталарынан алдыҡ юл менән аҡса сисергә теләүселәр күп. Мутлыҡ ҡылыусылар сауҙа менән шөғөлләнгән интернет сайттарын оҫта файҙалана. Мәҫәлән, билдәһеҙ кеше (компьютер экранының теге яғында ултырып ҡына енәйәт ҡылған әҙәмде асыҡлауы үтә ауыр) Әбйәлилдә йәшәгән берәүгә «Һеҙ уйында ҡатнашып, ҙур сумма оттоғоҙ, — тип яҙа. — Әммә отошто алыр өсөн күрһәтелгән иҫәпкә бер ни тиклем аҡса ебәрергә кәрәк». Ҙур отош алыуға өмөтләнгән һәм уны-быны уйламаған кеше енәйәтсенең иҫәбенә аҡса күсереп, 3 мең һумдан ашыуға отола. Ғөмүмән, спорт ярыштарына ставка ҡуйыуға саҡырып, артабан ҡомарлы уйынға әүрәтеп, кешеләрҙең банк карталары иҫәбен «таҙартыусы»лар бигерәк йыш осрай. Тағы бер осраҡта эш эҙләгән егеттәр эш урынына барып етеүгә самолетҡа билет алыу өсөн аҡса күсереп, отола. Улар үҙ аҡсаһын «авиабилет һатыусы»ға ебәргәндән һуң ғына бер ниндәй ҙә эш тә, самолет та булмаясағын аңлай.

Аҡсағыҙ янсығығыҙҙа йәки банк картаһында теүәл килеш һаҡланһын тиһәгеҙ, шикле сайттарға инмәгеҙ, «Бәйләнештә» сайтында ҡапыл булдырылған «дуҫтар әңгәмәһенә» ҡушылмағыҙ, ят номерҙарҙан шылтыратыуҙарға яуап бирмәгеҙ, бер кемгә лә банк картаһының һандарын әйтмәгеҙ, мессенджерҙа берәй «открытка, ҡотлау сәләме» ебәрелгән һылтанманы ла асмағыҙ — уны телефонға индергән осраҡта, һеҙ вируслы программа эләктерәһегеҙ һәм ул тиҙ арала телефон номерына бәйләнгән банк иҫәптәренән аҡсағыҙҙы аласаҡ.

Заһир ХӘСӘНОВ,

эске эштәр бүлеге тәүтикшереүсеһе.


Енәйәти эҙләү бүлеге начальнигы Ғаяз Ниязғолов әйтеүенсә, яңыраҡ ҡына беҙҙең районда тағы бер ҙур финанс енәйәт ҡылынды.

Асҡар ауылында йәшәүсе бер ҡатынға коммерциялы банк вәкиле тип таныштырып, билдәһеҙ ир шылтырата. «Һеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙ коммерциялы ойошма тарафынан Һаҡлыҡ банкынан кредит алыу өсөн файҙаланылған, — ти ул. — Законһыҙ рәүештә аҡсағыҙҙы тартып алыу хәүефен иҫкәртеү өсөн ашығыс рәүештә Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәренә бер нисә хәүефһеҙлек паролен әйтергә кәрәк була». Бер ни тиклем ваҡыттан тағы бер ҡатын шылтыратып, үҙен Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәре тип таныштыра һәм «Беҙ һеҙгә кәрәкле паролдәр ебәрҙек, шуларҙы әйтегеҙ», — ти. Зыян күреүсе ҡатын был күрһәтмәләрҙе теүәл үтәй һәм банкоматҡа йүнәлә. Ошо уҡ мәлдә уның телефонына яңы смс-хәбәр килә: «Һеҙҙең исемгә 260 мең һумлыҡ суммала кредит бирелде». Һаман да шикләнмәй әле ул. Уға, сумманы өскә бүлеп, әйтелгән иҫәпкә күсерергә ҡушалар. Сумманы өлөшләтә алып, ҡатын шылтыратыусы иҫәбенә күсерә. Унан тыш тағы 40 мең һумды страховка түләме тигән талапҡа яуап итеп, ебәрә...

Һаҡлыҡ банкыһы офисына иртәгәһенә генә мөрәжәғәт итә ул. Шунда инде уның исеменән онлайн-заявка бирелеп, ҙур суммала кредит алынғанлығы асыҡлана. Тик аҡсаны кемгә күсергәнен берәү ҙә белмәй хәҙер. Ә ҡатын үҙе банк алдында 300 мең һумға бурыслы булып ҡала.

Бындай шылтыратыу, смс-хәбәр алһағыҙ, тәү сиратта тейешле банкка барып белешегеҙ. Банк картағыҙ теркәлгән финанс ойошмаһының номеры картаның артында бирелгән.


Читайте нас: