+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
6 Апрель 2020, 11:25

Штраф күләме билдәләнде

31 мартта Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары РФ Административ кодексына үҙгәрештәр индерҙе. Тейешле документҡа ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, коронавирус мәлендә изоляция режимын боҙған кешеләргә ҡарата штраф санкциялары билдәләнде. Илдә иғлан ителгән ғәҙәттән тыш хәл режимын инҡар итеп, киҫкен сәбәпһеҙ урамға сығып йөрөгән граждандарға 15 меңдән 40 мең һумға тиклем, вазифауи кешеләргә 50 меңдән 150 мең һумға тиклем, юридик берәмек булараҡ теркәлмәйенсә эшҡыуарлыҡ алып барыусыларға 50 меңдән 150 мең һумға тиклем, юридик берәмектәргә 200 меңдән 500 мең һумға тиклем административ штраф һалынасаҡ йәки һуңғыларының эшмәкәрлеге 90 тәүлеккә тиклем туҡтатыласаҡ. Әгәр күрһәтмәне боҙоу арҡаһында кеше һаулығына һәм ғүмеренә зыян килтерелһә, административ яза күләме күпкә артасаҡ.
Интернет селтәрендә һәм матбуғат баҫмаларында COVID-19 вирусына бәйле буш йәки ялған хәбәр таратыусыларға 1,5 миллиондан 5 миллион һумға тиклем штраф түләргә тура киләсәк.
Читайте нас: