-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
13 Апрель 2020, 12:20

Милли проект аҡсаһын үҙләштергәнме?

РФ Федераль именлек хеҙмәте Силәбе өлкәһенең төҙөлөш буйынса министры урынбаҫарын ҡулға алыу тураһында белдерҙе.

Төбәктең Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был факт буйынса енәйәт эше асылған.
Тәфтиш мәғлүмәттәренә ярашлы, ведомство вәкиле “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөләсәк спорт объекттары буйынса ялған контракт төҙөп, аҡсаны икенсе юҫыҡҡа ебәреү өсөн ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Федераль именлек хеҙмәте ришүәт күләме 2,2 миллион һум тәшкил итеүен аныҡлай. Ғәйебе раҫланған хәлдә чиновникка 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.
Читайте нас: