114-се статья ошолай яңғыраясаҡ: «РФ Хөкүмәте граждандар йәмғиәтенн үҫтереүгә, шул иҫәптән коммерциялы булмаған ойошмаларға, ирекмәндәр эшмәкәрлегенә ярҙам итеү буйынса, уларҙың дәүләт сәйәсәтендә ролен нығытыуға йүнәлтелгән саралар күрә».
Көслө граждандар йәмғиәте булмайынса ил үҫеше лә булмай, тигән һүҙ ул. Ә ирекмәндәр һәм коммерциялы булмаған ойошмалар бындай йәмғиәттең алғы һыҙығында тороусылар. Төҙәтмәләр уларҙың йәмғиәттәге ролен нығытасаҡ ҡына.
Әлеге изоляция осоронда ғына ла ирекмәндәр хәрәкәтенең һәм коммерциялы булмаған ойошмаларҙың етди роль уйнауын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ. Уларҙың берәүҙәре оло йәштәгеләргә, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға аҙыҡ-түлек таратып, башҡа йомоштарын үтәһә, икенселәре хоҡуҡ һаҡсылары менән бергә патрулдәргә сыға.