+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
29 Май 2020, 11:38

Еңел аҡса артынан...

Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан ошо көндәрҙә беҙҙең район биләмәһендә наркотик матдә таратыу менән шөғөлләнгән кеше тотолған.

Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан ошо көндәрҙә беҙҙең район биләмәһендә наркотик матдә таратыу менән шөғөлләнгән кеше тотолған. Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе 36 йәшлек ир, анһат аҡса эшләргә ниәтләп, интернет-магазин менән хеҙмәттәшлек итергә була. Бындай осраҡтарҙа «эш биреүсе» һәм «ялланыусы» бер-береһен күрмәй ҙә, белмәй ҙә, бөтә эш онлайн йәки смс-тар аша бирелә. Билдәләнгән урындан наркотикты алып, ялланыусы уны икенсе әйтелгән урынға алып барып йәшерергә, йәғни, «закладка» эшләргә тейеш була.
Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса оперуполномоченный Тимур Уйылданов әйтеүенсә, был егетте тотҡан ваҡытта унан өсәр грамлыҡ һигеҙ ҡапсыҡ тартып алынған. Бынан тыш, ул, йәшергән урындарынан тағы алты ҡапсыҡты кире сығарып, хоҡуҡ һаҡсыларына тапшырған. Махсус ҡаптарға төрөлгән матдәне Эске эштәр министрлығы янындағы эксперт-криминалистик үҙәгенә ебәреп тикшергәс, уның көслө химик наркотик — PVP, йәки ябайлаштырып әйткәндә, «скорость» икәнлеге раҫланған. Хәүефле галлюциноген тәьҫиргә эйә был наркотик кешелә тиҙ арала өйрәнеү барлыҡҡа килтерә һәм баш мейеһен ныҡ зарарлай. Тартып алынған наркотиктың дөйөм күләме 40 грамм тәшкил иткән, ә наркомандарҙың «ҡара баҙар»ында бындай ағыуҙың 1 грамы ғына 2000 һум (!) тора.
Үлемесле матдә таратыу менән шөғөлләнгән иргә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 228.1-се статьяһының 4-се өлөшө буйынса эш асылды, тикшереү бара. Ҙур күләмдә наркотик һаҡлағаны һәм уны таратҡаны өсөн уға 10 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.
Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: