Ләйсән Мырҙагилдина — райондың эске эштәр бүлегенең миграция мәсьәләләре бүлексәһе инспекторы. Был яуап-лы вазифала 2008 йылдан алып эшләй. Уға тиклем БДУ-ның биология факультетын тамамлап, 2003 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡларға өлгөрә. Башҡорт дәүләт аграр университетының тикшеренеүҙәр үҙәгенә ғилми хеҙмәткәр булып эшкә урынлаша. Тағы бер йылдан Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистика үҙәгенә күсә. Уңышлы стажировка үткән Ләйсән Булат ҡыҙы эксперт-криминалист булараҡ эш башлай. Тикшеренеүҙәрҙе бик ентекле алып барған йәш белгес сираттағы енәйәтте асыҡлауҙағы ярҙамы өсөн министр ҡулынан маҡтау ҡағыҙы ала. Тик 2006 йылда ғаилә хәлдәре буйынса Өфөнө ҡалдырып, районға ҡайтырға тура килә.
Федераль миграция хеҙмәтендә эш башлаған Л. Мырҙагилдина үҙенең бурыстарын төплө үтәгән, намыҫлы хеҙмәткәр итеп күрһәтә. Күп тә үтмәй начальник декрет ялына китеү сәбәпле, етәксе урынын ышанып йөкмәтәләр.
Халыҡ телендә һаман «паспорт өҫтәле» тип йөрөтөлгән был хеҙмәт кеше тормошондағы иң мөһим документты биреү менән генә шөғөлләнмәй. Бүлексәлә граждандарҙы ҡабул итеү, мөрәжә-ғәттәрҙе тикшереү, документацияға ҡағылышлы һәм йәшәү урынынан иҫәптән төшөү, теркәлеү эше алып барыла. Ауыл биләмәләре хакимиәттәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәләр. 2014 йылға тиклем улар халыҡты йәшәү урыны буйынса иҫәпкә ҡуйыу һәм төшөрөү менән шөғөлләнгәс, ошо осорға тиклем архив мәғлүмәттәре биләмә хакимиәттәрендә һаҡлана. Әлеге ваҡытта бүлексә хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең базаһын тулыландырыу менән дә мәшғүл. Ауылдарҙа һаман СССР өлгөһөндәге паспорттарын алыштырмағандар бар, шуларҙы асыҡлау дауам итә. Сит илдәрҙән килгән мигранттар район, республика биләмәһендә законһыҙ йәшәмәһен, ҡануниәтте боҙмаһын өсөн даими рәүештә рейдтар, тикшереүҙәр ойошторола. Беҙҙең төбәккә улар нигеҙҙә аҡса эшләү өсөн килә, ә бының өсөн улар патент йәки эш биреүселәр менән килешеү төҙөргә тейеш. Рөхсәт ҡағыҙҙары булмағандар менән аңлатыу эштәре үткәрелә, ҡабаттан закон боҙған осраҡта суд хәл итә. Шулай уҡ сит илдәрҙән ҡайтыусы яҡташтарға Рәсәй гражданлығын юллау менән шөғөлләнә. Заман талаптарына ярашлы, миграция бүлексәһе дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла мөрәжәғәттәр ҡабул итә: паспорт юллау, яңыртыу, иҫәпкә тороу һәм төшөү, сит ил паспорты эшләү мәшәҡәттәрен өйҙән сыҡмайынса башҡарырға мөмкин.
— Беҙ күрһәткән хеҙмәттәр менән ҡулланыусылар ҡәнәғәт ҡалһын, халыҡҡа уңайлы булһын өсөн тырышабыҙ, — ти Ләйсән Булат ҡыҙы. — Осраҡтан файҙаланып, коллегаларымды һөнәри байрам менән ҡотлайым, эштәрендә уңыштар, именлек теләйем.
Һәр кем менән ипле аралашҡан, ярҙам һорап килеүселәрҙең барыһын да иғтибар менән тыңлаған, эшен яратып башҡарған хеҙмәткәр коллективта ла, халыҡ араһында ла хаҡлы абруй ҡаҙанған. Тынғыһыҙ эш көнөнән һуң Ләйсән Булат ҡыҙы ғаиләһендә күңел кинәнесе таба. Тормош иптәше Илнур Марат улы «Яҡты-Күл» шифаханаһы директоры урынбаҫары булып эшләй. Мырҙагилдиндар бер ул, ике ҡыҙ тәрбиәләй. Иң өлкәндәре Р. Ғарипов исемендәге гимназияла белем ала, ҡалған икәүһе Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары.