-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
13 Июль 2020, 11:35

Атай-әсәй айырылышһа — баланың да фекерен һорағыҙ

РФ Юстиция министрлығы бәхәсле суд ултырыштарында балалар өсөн айырым адвокат тәғәйенләү мөмкинлеген тәҡдим итә.#национальныепроекты#

«Демография» милли проекты балаларҙың хоҡуҡтарын тулыһынса яҡлауҙы күҙ уңында тота.
Мәҫәлән, атай-әсәйҙең ауыр айырылышыу процесы барышында баланың мәнфәғәттәрен күҙәтеү өсөн махсус адвокат билдәләү проекты әҙерләнә. Яҡлаусыларҙың исемлеге төҙөлгәс, суд уларҙы үҙе тәғәйенләү хоҡуғы аласаҡ. «Был бигерәк тә ата-әсә баланы түгел, ә үҙен генә уйлап эш иткән осраҡта мөһим буласаҡ, сөнки судтарҙа ир менән ҡатын бер-береһен нығыраҡ рәнйетеү маҡсатында балалар өсөн талаш сығарып, бәләкәстәрҙең күңелен бөтөнләй уйламай», — тип иҫәпләйҙәр Юстиция министрлығында. Адвокатҡа түләү, енәйәт эштәрендәге кеүек, дәүләт иҫәбенә башҡарыласаҡ тип планлаштырыла.
Читайте нас: