+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
14 Июль 2020, 13:18

Ашыҡмағыҙ, водителдәр!

Юл бәләкәй генә хаталарҙы ла ғәфү итмәй. Ләкин күптәр ҡағиҙәләрҙе үтәмәй: үҙенең һәм яҡындарының, шулай уҡ башҡа кешеләрҙең сәләмәтлеген һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.

Юл бәләкәй генә хаталарҙы ла ғәфү итмәй. Ләкин күптәр ҡағиҙәләрҙе үтәмәй: үҙенең һәм яҡындарының, шулай уҡ башҡа кешеләрҙең сәләмәтлеген һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Саҡ ҡына яңылышлыҡ йәки ашығыу аяныслы хәлдәргә килтереүен руль артына ултырған һәр кем иҫендә тотһон ине. Ағымдағы йылдың алты айында район юлдарындағы хәл-торош хаҡында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы Рәшит Динисламов бәйән итә:
— Алты ай эсендә район юлдарында 257 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Уларҙың 17-һендә кешеләр һәләк булды йәки зыян күрҙе. 2 кешенең ғүмере ҡыйылһа, 19 кеше йәрәхәтләнде. Уҙған йылда 4 кеше һәләк булып, 22 кеше йәрәхәтләнгәйне. Балалар ҡатнашлығындағы авариялар кәмей төштө, 2 юл-транспорт ваҡиғаһында ике бала төрлө дәрәжәлә йәрәхәт алды. Район биләмәһендәге аварияларҙа 415 транспорт сараһы зыян күрҙе.
Эскән килеш ҡылынған аварияларҙың артыуы борсой. Эсеп, руль артына ултырған водитель арҡаһында бер кешенең ғүмере ҡыйылды һәм биш кеше йәрәхәтләнде.
Юл-транспорт ваҡиғаларының төп сәбәптәре — ҡаршы һыҙатҡа сығыу арҡаһында бәрелешеү, түңкәрелеү һәм йәйәүлеләрҙе төкөтөү. Статистиканы анализлау Дәүләт – Әлмөхәмәт, Аэропорт – Магнитогорск, Озерный – Күсем руднигы, Красная Башкирия – Покровка, Асҡар – Ҡужан – Айыуһаҙы юлдарында авариялар артыуын күрһәтте.
Ярты йыл эсендә 4375 административ хоҡуҡ боҙоу асыҡланды. Эскән килеш транспорт сараһына идара иткән өсөн 189 водитель яуаплылыҡҡа тарттырылды, уларҙың 48-е ҡабат тотолған өсөн. Был үткән йыл менән сағыштырғанда күберәк. Әйткәндәй, инспекторҙар ҡулына хатта өсөнсөгә эсеп эләккәндәр ҙә бар. Улар үҙҙәренең яуапһыҙ ҡылығы менән башҡаларҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуын аңламай. Үкенескә, иҫерек көйө транспорт йөрөткән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа байтаҡ.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәү буйынса 508 протокол төҙөлдө. Балаларын автокреслоһыҙ алып йөрөгән вайымһыҙ ата-әсәләр ҙә кәмемәй. 121 кеше тап шуның өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы юлда балаларҙың имгәнеүен булдырмауға ҙур иғтибар бирә. Ярты йыл эсендә балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары кәмей төштө. Тик күп ата-әсәләрҙең балаларына мопед алып биреүе борсоуға һала. Был транспорт төрөн йөрөтөүгә «М» категорияһындағы водитель танытмаһы кәрәк. Ә бының өсөн тәүҙә уҡырға, имтихан тапшырырға, шунан ғына мопед артына ултырырырға була. Тағы бер шарт — 16 йәштән генә йөрөү рөхсәт ителә. Ә беҙҙә 12-14 йәшлек үҫмерҙәр шлемһыҙ, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе лә күҙәтмәй елдерәләр. Бындай осраҡтарҙа ЮХХДИ инспекторҙары мопедтарҙы штраф туҡталҡаһына бикләй. Ата-әсәләрҙе балаларына мопед алып бирмәҫкә саҡырыр инем: сөнки улар мототранспорт сараһында идара итә белмәй һәм үҙҙәрен, башҡаларҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.
Балалар күп йөрөгән урындарҙа хәүефһеҙлек сараларын үтәү буйынса бүлек әүҙем эшләй. Район үҙәгендә Т. Кусимов исемендәге гимназия, ат-спорт мәктәбе, Әбйәлил, Байым һәм Күсем руднигы мәктәптәре янында биш иҫкәртеүсе светофор ҡуйылды. Быйыл Амангилде, Буранғол, Дәүләт, Йәнгелдә шундай уҡ светофорҙар ҡуйыласаҡ.
Район юлдарында тиҙлек режимын күҙәтеү буйынса ла байтаҡ эштәр башҡарылды. Әлеге ваҡытта алты камера ҡуйылды, быйыл тағы 18 фото-видеофиксация камералары урынлаштырыласаҡ.
Тағы шуны әйткем килә: йәйәүлеләр, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар булараҡ, күп осраҡта үҙҙәре ҡағиҙәләрҙе боҙа. Мәҫәлән, тәүлектең ҡараңғы мәлендә кейемдә яҡтылыҡты ҡайтарғыс булырға тейеш тигән талаптарҙы бик һирәктәр үтәй. Юлдың ситенән түгел, уртаһынан йөрөү йәки ярамаған урында сығыу йыш күҙәтелә. Алты ай эсендә йәйәүлеләргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 160 административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында протокол төҙөлгән.
Водителдәргә штрафтарҙы ваҡытында түләп барыу кәрәклеге хаҡында иҫкәрткем килә. Штраф 60 көн эсендә түләнергә тейеш. Кире осраҡта, водитель Административ кодекстың 20.25-се статьяһы буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ — икеләтә штраф һалынасаҡ йәки 15 тәүлеккә тиклем административ арест йәки мәжбүри эштәр ҡаралған. 20 көн эсендә түләгәндә, штрафтың яртыһын ғына түләп була икәнен иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Түләнмәгән штрафтар юҡҡа сыҡмаясаҡ. Инспекторҙар, документтар тикшергәндә, иң тәүҙә база буйынса штрафтар барлығын ҡарай. Күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн, бурыстарҙы ваҡытында ҡаплағыҙ.
Транспортты теркәү, водитель танытмаһын алыу йәки алыштырыу дәүләт хеҙмәттәре сайты аша башҡарыла. Был оҙайлы сираттар булдырмау, ваҡытты сарыф итмәү маҡсатында эшләнә.
Һүҙемде йомғаҡлап, водителдәргә имен юлдар теләйем. Ҡайҙа барһағыҙ ҙа ашыҡмағыҙ, һеҙҙе өйҙә яҡындарығыҙ көтөүен онотмағыҙ...
Динара САФИУЛЛИНА яҙып алды.
Читайте нас: