+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
18 Август 2020, 12:55

Һунар итеүҙең яңы ҡағиҙәләре билдәләнде

БР Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, Башҡортостанда 1 сентябрҙән һунар итеүҙең яңы ҡағиҙәләре билдәләнә.

Ҡоштарға яҙғы һунар апрель айының икенсе шәмбеһенән 10 көн дауамында республиканың көньяҡ райондарында, шул иҫәптән Әбйәлилдә, рөхсәт ителә. Апрелдең өсөнсө шәмбеһенән төньяҡ райондарҙа ҡоштарға һунар итергә була. Ҡабан сусҡаларына, тәғәйен биләмәләрҙә, 1 августан 29 февралгә тиклем, ҡуяндарға 1 октябрҙән 31 ғинуарға тиклем тыйыла. 15 августан сираттағы һунар миҙгеле асылды, тип яҙа «Башинформ» — лицензияһы булған һунарсылар был осорҙа көнөнә бер ҡош аулай ала.
Читайте нас: