Июль аҙағында Асҡар ауылында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары тарафынан туҡтатылған «Лада Калина» машинаһы салонында ҡара полиэтилен ҡапсыҡта билдәһеҙ үҫемлек табылған.
Бынан һуң күп тә үтмәй, оператив-профилактик сара барышында Һамар ауылы эргәһендә «Лада Гранта» автомобиле туҡтатылған һәм тикшереү барышында уның багажнигында ҡапсыҡта һаҡланған үләнле матдә табылған.
Ике водитель дә — Магнитогорск ҡалаһы кешеләре. Уларҙың машиналарында табылған үләнле матдәнең тыйылған наркотик — марихуана булыуын экспертиза раҫланы. Тәүге осраҡ буйынса административ протокол төҙөлһә, икенсе водителгә ҙур күләмдә наркотик һаҡлауы өсөн РФ Енәйәт кодексының 228-се статьяһы 1-се өлөшө буйынса эш асылды. Тикшереү бара.
Шулай уҡ район биләмәһендә 19 авгусҡа тиклем наркотик ҡулланыусыларҙы, ағыу менән сауҙа итеүселәрҙе, баҡсаларында тыйылған үлән үҫтереүселәрҙе асыҡлау һәм ошондай енәйәт-тәрҙе иҫкәртеү маҡсатында «Мәк» операцияһының дүртенсе этабы үтте.