+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
26 Август 2020, 11:05

Путин Федераль суд приставы етәксеһе менән осрашты

Ил етәксеһе суд приставтарына коллекторҙарҙы контролгә алырға ҡушты.#ВладимирПутин

Владимир Путин Федераль суд приставтары хеҙмәте директоры Дмитрий Аристов менән коллекторҙар эше хаҡында һөйләште.
Президенттың һүҙҙәре буйынса, коллекторҙарҙың ҡайһы бер ғәмәлдәре законға һис яраҡлы түгел. Путин суд приставтарын был хәлде контролгә алырға ҡушты. Шуға бәйле Федераль суд приставтары хеҙмәте хеҙмәткәрҙәрен арттырыу һәм финанслау буйынса тәҡдимдәр индереүҙәрен һораны.
Аристов илебеҙҙең 59 төбәгендә 800 һөнәрмән коллектор эшләүен белдерҙе, уларҙың эшенә хеҙмәт күҙәтселек итә. Әммә Федераль суд приставтары хеҙмәте ҡарамағында булмағандары ла бар. Иң эреләре — микрофинанс ойошмалары. Боҙоуҙарҙың яртыһы улар тарафынан ҡылына, тип билдәләне баш суд приставы.
Читайте нас: