Автомобилгә эскән килеш идара иткән өсөн штрафтар артыуы ла, енәйәт эше асылыу ихтималлығы ла вайымһыҙ автоһәүәҫкәрҙәрҙе был ҡурҡыныс аҙымдан туҡтатмай. Иҫерек водителдәр арҡаһында республикала көн дә тиерлек юл фажиғәләре теркәлә, бер ғәйепһеҙ кешеләр һәләк була... Үткән ял көндәрендә генә юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары тарафынан районда юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 97 осрағы асыҡланды, шул иҫәптән өс водитель рулгә иҫерек килеш ултырғаны өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылды. Әйтергә кәрәк, спиртлы эсемлек ҡабул итеп, машинаға идара итергә ҡыйыулыҡ иткән водителдәр ниндәйҙер төпкөл ауылдарҙа түгел, ә район үҙәге булған Асҡарҙа йышыраҡ осрай.
Ошондай бер осраҡ тураһында эске эштәр бүлеге тәүтикшереүсеһе Гөлиә Булатова һөйләп үтте.
— Асҡар ауылында йәшәүсе егет 2017 йылда уҡ иҫереп, автомо-билгә идара иткәне өсөн водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән була. Ул водитель танытмаһын ЮХХДИ-ға тапшыра, ләкин суд тәғәйенләгән 30 мең һумлыҡ штрафты түләргә ашыҡмай. Әммә, ошоға ҡарамаҫтан, ул тағы енәйәти аҙымға бара — эсеп алып, руль артына ултыра. Был төндә Асҡарҙа эшләгән юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары күрһәтмәләренә ярашлы, ВАЗ-21113 автомобиле юғары тиҙлектә бер урамдан икенсеһенә борола һәм ҡаршы һыҙатҡа сығып, юлын дауам итә. Инспекторҙар патруль машинаһында уның артынан бара һәм туҡтап, ВАЗ-21113 автомобиле янына килгәс, рулдә иҫерек водитель булыуын күрә. Унан тыш, машинала тағы ике иҫерек кеше була, шулай уҡ салондан асылған араҡы шешәһе табыла. Егет үҙенең ғәйебен танымаһа ла, ошонда уға ҡарата тейешле процедуралар үткәрелә, ул медицина тикшереүе үтеүҙән һәм алкотектерға өрөүҙән баш тарта, инспекторҙар уны автомобилгә идара итеүҙән ситләтеп, транспорт сараһын штраф туҡталҡаһына бикләй. База буйынса тикшергәс, уның быға тиклем дә юл ҡағиҙәһен тупаҫ боҙоуы, водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән булыуы асыҡлана.
Шулай итеп, ошо дәлилдәр нигеҙендә, икенсе тапҡыр эскән килеш руль артына ултырғаны өсөн уға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһы буйынса эш асылды. Суд ҡарары менән водителгә 400 сәғәтлек холоҡ төҙәтеү эштәре тәғәйенләнде һәм ул тағы 2 йыл ярымға машинаға идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителде.
Ағымдағы йылдың 8 айы эсендә 264.1-се статья буйынса 71 енәйәт эше асылды, шуларҙың 36-һы буйынса суд ҡарары сығарылды.
Р. МӨХӘМӘҘИЕВА әҙерләне.