Мәҫәлән, Себер федераль округында милли проекттарға йүнәлтелгән сараларҙы үҙләштереү буйынса 29 енәйәт теркәлгән, уларҙың алтауһы коррупцияға бәйле. Был рейтингының тәүге урындарын Хакасия Республикаһы, Томск һәм Кемеровск өлкәләре биләй. Хөкүмәт аҡсаһын маҡсатлы йүнәлтмәй, еңел юл менән байығырға теләүселәр нигеҙҙә «Хәефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары», «Уңайлы мөхит» кеүек милли проекттарҙы тормошҡа ашырғанда кеҫәһен ҡалынайтырға ынтыла икән.