+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
13 Октябрь 2020, 11:50

Киләләр ҙә... киндер йыялар

Эске эштәр бүлегенең наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре мәғлү- мәттәренә ярашлы, сентябрҙә беҙҙең район биләмәһендә тыйылған матдә һаҡлаусы күрше өлкәһе кешеләре тотолған.

Эске эштәр бүлегенең наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәттәренә ярашлы, сентябрҙә беҙҙең район биләмәһендә тыйылған матдә һаҡлаусы күрше өлкәһе кешеләре тотолған.
Озерный — Покровка юлында туҡтатылған Лада Гранта автомобиле салонында хоҡуҡ һаҡсылары үләнле матдә һалынған полиэтилен ҡапсыҡ таба. Водитель был үләнде үҙе ҡулланыу өсөн йыйыуы тураһында әйтә.
Дөйөм массаһы 651 грамм тәшкил иткән матдә экспертизаға ебәрелгәс, уның тыйылған наркотик — марихуана (каннабис) булыуы асыҡлана. Ошо уҡ трассала полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан тикшерелгән тағы бер автомобиль — «Мазда»ның багажнигында ла ошондай уҡ матдә һаҡланған ҡапсыҡ табыла, уның дөйөм массаһы 469 грамм тәшкил итә.
Ике осраҡ та тикшерелеп, был кешеләргә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 228-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса эш асылды. Ҙур күләмдә наркотик һаҡлағаны өсөн уларға 10 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.
Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.
Читайте нас: