+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
10 Ноябрь 2020, 12:36

Тәүтикшереүселәр — алғы һыҙыҡта

Хоҡуҡ һаҡлау органдары составында айырым хеҙмәт булараҡ тәүтикшереү бүлектәре үткән быуатта уҡ формалаша. Әбйәлил районының тәүтикшереүселәр төркөмө 1992 йылда ойошторола.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары составында айырым хеҙмәт булараҡ тәүтикшереү бүлектәре үткән быуатта уҡ формалаша. Әбйәлил районының тәүтикшереүселәр төркөмө 1992 йылда ойошторола. Уның башланғысында майор Әсләм Фәхрисламов тора. Артабан тәүтикшереү бүлеге тип исемләнгән мөһим хеҙмәтте төрлө йылдарҙа Лариса Ибраһимова, Сәрүәр Сафиуллин, Әнүәр Мөлөков алып бара. Тәүтикшереүҙе яйға һалыу һәм яңы кимәлгә күтәреү эшенә бүлеккә оҙаҡ йылдар етәкселек иткән юғары белемле юрист Гөлнара Ҡаһарманова етди өлөш индерә. Тап уның ҡулы аҫтында бүлеккә үҙ эшен яҡшы белгән, енәйәттәрҙе тиҙ һәм сифатлы асыҡлаған хоҡуҡ һаҡсылары туплана.
2014 йылдан алып хеҙмәтте, быға тиклем үҙе тәүтикшереүсе булараҡ тәжрибә туплаған, майор Илфат Өмөтҡужин етәкләй. Эш күләме артыу, енәйәттәр һаны күбәйеү сәбәпле, бүлек штаты арттырыла һәм бөгөн Илфат Өммәт улының ҡулы аҫтында һигеҙ хеҙмәткәр эшләй.
— Өлкән тәүтикшереүсе Лена Ҡадированан тыш, бүлектә нигеҙҙә йәш белгестәр, улар, Эске эштәр министрлығының талаптарына ярашлы, барыһы ла юғары юридик белемле, үҙ һөнәренең нескәлектәрен яҡшы белгән хоҡуҡ һаҡсылары, — ти И. Өмөтҡужин. — Заһир Хәсәнов беҙҙең хеҙмәткә килгәнгә тиклем участка уполномоченныйы булараҡ тәжрибә тупларға өлгөрҙө, Миләүшә Тимерйәнова бәлиғ булмағандар эштәре буйынса төркөмдә хеҙмәт итте, Гөлиә Булатова, Римма Байтүрина, Нурсилә Һөйөндөкова ла үҙҙәрен тик ыңғай яҡтан танытҡан тәүтикшереүселәр.Ә беҙҙең сафҡа яңыраҡ килгән Даян Мөлөков менән Регина Махийәнова Эске эштәр министрлығы мәктәбен тамамлаған юристар.
Тәүтикшереүселәр нигеҙҙә матди зыян күләме артыҡ ҙур булмаған уртаса ауыр енәйәттәрҙе тикшерә.
— Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр урлашыу, кешегә үлтереү менән янау, балаларҙы йәберләү, икенсе тапҡыр эскән килеш руль артына ултырыу, законһыҙ рәүештә ҡорал һаҡлау, яуыз уй менән кеше һаулығына зыян килтереү, кеше туҡмау, әҙ күләмдә наркотиктар һаҡлау, браконьерлыҡ (законһыҙ һунар, тыйылған һыу ятҡылыҡтарында балыҡ тотоу), тыйылған биләмәләрҙә ағас ҡырҡыу кеүек енәйәт эштәрен ҡарай. Һуңғы йылдарҙа РФ Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһы буйынса енәйәт эштәренең артыуы күҙәтелә — был бер тапҡыр иҫерек килеш машинаға идара иткән водителдәрҙең, яуаплылыҡҡа тарттырылыу осоро үтмәйенсә, икенсе, хатта өсөнсө мәртәбә эсеп руль артына ултырыуына бәйле. Улар үҙҙәренең һәм юлдағыларҙың һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып, ошо ҡурҡыныс аҙымға бара. 30 мең һум штраф һалыныуы ла, водитель танытмаһынан мәхрүм ителеү ҙә, енәйәтсе булып танылыу ҙа уларҙы туҡтатмай. Ағымдағы йылдың 10 айында ғына ошо статья буйынса 76 эш ҡаралды һәм судҡа ебәрелде, — тип һөйләй Илфат Өммәт улы. — Бынан тыш лицензияһы булмайынса спиртлы эсемлектәрҙе берәмләп һатыусыларға ҡаршы көрәш тә тәүтикшереүселәр ҡарамағында. Әйтәйек, өйөндә йәки кибеттә, был сауҙа төрөнә лицензия алмайынса, билдәһеҙ алкоголле эсемлектәр һатып кәсеп иткән кеше, беренсе тапҡыр эләкһә, уға административ протокол төҙөлә. Ләкин ул артабан да кәсебен туҡтатмай икән, енәйәт эше ҡуҙғатыла. Был статья буйынса 50 меңдән 80 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Законһыҙ ағас ҡырҡыу буйынса енәйәттәрҙе асыҡлауы ауырыраҡ, сөнки бындай осраҡтарҙа бик күп дәлилдәр туплау талап ителә.
Тәүлек эсендә тәүтикшереү бүлегенә ҡағылышлы 3 – 4 мөрәжәғәт була, һәр тәүтикшереүсе кәмендә 10 енәйәт эшен ҡарай. Бынан тыш, улар тәфтиш-оператив төркөм составында эшләп, ваҡиға урынына тәүгеләрҙән булып сыға, дәлилдәр йыя, шаһиттарҙы һораша һ.б.
Төп эштәренән тыш, тәүтикшереүселәр эске эштәр бүлегенең йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, үҙҙәрен физик яҡтан даими нығыта, ҡорал менән эш итеүҙә оҫталыҡтарын камиллаштыра. Оператив эшмәкәрлектә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән Лена Зәйнетдин ҡыҙы БР Эске эштәр министрлығының Рәхмәт хатына, район хакимиәтенең почет грамотаһына лайыҡ. Гөлиә Мирзабай ҡыҙы Өфөлә үткән һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә лайыҡлы сығыш яһап һәм яҡшы физик әҙерлек күрһәтеп, коллегалары араһында беренсе урын яулаған һәм министрлыҡтың дипломы менән билдәләнгән. Заһир Фуат улы Нефтекамала тәүтикшереүселәр араһында уҙғарылған һөнәри оҫталыҡ буйынса конкурста төплө теоретик белем күрһәтеп һәм атыу һыҙығында алдынғыларҙан булып, шулай уҡ беренсе урынға сыҡҡан һәм Эске эштәр министрлығының дипломына лайыҡ булған. Ул Әбйәлилдә законлылыҡты нығытыуға индергән өлөшө өсөн муниципаль район хакимиәтенең, Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәтенең почет грамоталары менән дә билдәләнгән. Бынан тыш, З. Хәсәнов менән Д. Мөлөков ҡул һуғышы һәм самбо буйынса төбәк ярыштарында бүлек намыҫын яҡлап, призлы урындарһыҙ ҡалмайҙар.
— Хеҙмәткәрҙәрҙең кемеһендер айырып әйтеп булмай, һәр кем үҙ урынында, баш күтәрмәй, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй эшләүҙән тыш, бер-береһен тулыһынса алыштыра ала һәм өлгөрмәй киткән саҡтарҙа, енәйәт эштәрен ваҡытында тикшереп, һығымта сығарып, судҡа ебәрә, — ти И. Өмөтҡужин. — Коллегаларымды һөнәри байрам менән ҡотлап, уңыштар, ғаилә именлеге һәм һаулыҡ теләйем.
Читайте нас: