-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
23 Ноябрь 2020, 11:30

«Шыршы» операцияһы башлана

Башҡортостанда 23 ноябрҙән 31 декабргә тиклем законһыҙ ағас ҡырҡыуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән «Шыршы» операцияһы үтә. Был мәсьәләне "Экология" милли проекты ла иғтибар үҙәгендә тота.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

БР Урман хужалығы министрлығы, хоҡуҡ һаҡсылары менән берлектә урман фондына ингән биләмәләрҙә рейд яһаясаҡ, шыршы ҡырҡып һатыусыларҙы тикшерәсәк. Ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡҡан өсөн физик берәмектәргә 4 мең һумға, вазифауи кешеләргә — 40 мең һумға, юридик берәмектәргә 300 мең һумға тиклем штрафтар ҡаралған. Урман фондына айырыуса ҙур зыян килтереүселәргә енәйәти яуаплылыҡ һалынасаҡ.
Читайте нас: