+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
25 Декабрь 2020, 12:04

Онлайн кредит алырға ашыҡмағыҙ

Кеше иҫәбенә, анһат юл менән байығырға теләүселәр мутлыҡтың төрлө алымдарын уйлап сығарып ҡына тора.

Кеше иҫәбенә, анһат юл менән байығырға теләүселәр мутлыҡтың төрлө алымдарын уйлап сығарып ҡына тора. Төрлө интернет сайттар аша алдыҡ тауар һатыу, туғанығыҙ бәләгә ҡалды тип аҡса талап итеү, коронавирустан яңы вакцина тәҡдим итеү менән бер рәттән, кешеләрҙән ҙур суммаға кредит алдырыуҙы ла яйға һалды енәйәтселәр. Һуңғы айҙа ғына бер нисә райондашыбыҙ ошондай мут әҙәмдәрҙең оҫта ҡоролған тоҙағына эләкте. Был осраҡтар тураһында эске эштәр бүлегенең тәфтиш бүлеге начальнигы, подполковник Альмира Алпарова һөйләй.
— Сентябрь айында Асҡар ауылында йәшәүсе 31 йәшлек ҡатынға Мәскәү өлкәһе телефон коды булған һандарҙан билдәһеҙ ир шылтырата. Ул үҙен Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәре тип таныштыра һәм 2007 йылдан бирле Һаҡлыҡ банкы клиенты булған, эш хаҡы ошо банк карталарына күсерелгән райондашыбыҙға «Мутлыҡ ҡылыусылар һеҙҙең исемгә кредит алған, һеҙ үҙ иҫәбегеҙҙәге аҡсаны юғалтмаҫ өсөн тиҙ арала яңынан 200 мең һумға кредит юлларға тейешһегеҙ», — тип аңлата. Ошо сумманы билдәле иҫәпкә күсергәндән һуң, берәүгә лә бурыслы ҡалмаясаҡһығыҙ, ти. Ҡатын шылтыратыусының һүҙҙәренә ышана һәм бурыслы булмайым тип, кредит алырға ҡарар итә. Артабан ул, трубканың икенсе яғындағы ир өйрәткәнсә, «Сбербанк-онлайн» ҡушымтаһына инә һәм бөтә күрһәтмәләрҙе лә теүәл үтәп, 5 йыллыҡ түләү ваҡыты менән 200 мең һум күләмендә кредитҡа заявка бирә. Шунан, йәнәһе лә, ҙур сумма бер үк иҫәпкә ятмаһын тип, 100-шәр мең һумға бүлеп, үҙенең ике картаһына күсерә. Шылтыратыусыға ул ике картаһының да һандарын һәм карта артында яҙылған 3 цифраны ла әйтә. Бынан һуң ҡатынға 900 номерынан шылтыратып, ошо аҡсаны тағы бер иҫәпкә күсерергә ҡушалар. Ул операцияны раҫлай. Етмәһә, шылтыратыусы «Сбербанк-онлайн» ҡушымтаһын телефондан юйырға һәм был ғәмәлдәр тураһында бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡуша. «Тиҙҙән һеҙгә кредит буйынса бурысығыҙ юҡ икәнлеге хаҡында смс-хәбәр килер», — тип ышандыралар уны. Әммә, ваҡыт үтә, бер ниндәй ҙә смс килмәй һәм ҡатын үҙенең алданғанлығына төшөнә. Йәғни, ул банкка 200000 һум бурыслы булып ҡала, ә был аҡсаны үҙе ҡайҙа, кемгә күсергәнлеген дә белмәй.
«Ун йылға яҡын Һаҡлыҡ банкы клиенты булып торам, ошо банк аша эш хаҡы алам, аҡса менән эш итеүгә уңайлы булған онлайн-ҡушымтаны ла әүҙем файҙаланам, — тип һөйләй мутлыҡтан зыян күргән 36 йәшлек ҡатын. — Декабрь башында киске сәғәт 7 тирәһендә кеҫә телефоныма Мәскәү өлкәһенән шылтыратыу булды. Трубканың теге яғындағы ҡатын үҙен Һаҡлыҡ банкының именлек хеҙмәте белгесе тип таныштырҙы, исем-шәрифен әйтте һәм банк хеҙмәткәрҙәренең коррупцион схемаһы арҡаһында һеҙҙең банк картағыҙ аша 100 мең һум кредит алынған, тип аңлатты. Был проблеманы хәл итеү өсөн миңә яңынан, шәхсән рәүештә 100 мең һум кредит алырға тәҡдим ителде. Йәнәһе, ул осраҡта, мутлыҡ ҡы-лыусылар тарафынан минең исемгә алған кредит ябыла һәм мин банк алдында бурысым бөтә...»
Ошо һүҙҙәргә ышанған ҡатын артабан енәйәтселәр нимә әйтә, шуны эшләй. Ул башҡарған ғәмәлдәренең дөрөҫ икәнлегенә нығыраҡ инанһын өсөн хатта Өфө ҡала эске эштәр бүлеге хеҙмәткәремен, коррупцион схемаларҙы асыҡлау менән шөғөлләнәбеҙ тип, тағы бер ир ҙә бәйләнешкә сыға. Шул рәүешле ҡатындың башын тамам ҡатырған әҙәмдәр анһат ҡына, онлайн рәүештә унан 100 мең һумлыҡ кредит алдырта һәм үҙҙәренең иҫәбенә күсертеп тә ҡуя. «Киләһе аҙнала һеҙҙең менән бәйләнешкә сығырбыҙ», — тип ихлас һөйләшкән «банк хеҙмәткәрҙәре» һыуға төшкәндәй юҡ була.
Үкенескә ҡаршы, бындай схемалар менән эшләргә оҫтарып алған кешеләрҙе табыуы, асыҡлауы ауыр, хатта мөмкин түгел. Сөнки улар сим-картаны ғәҙәттә үҙ исемдәренә теркәмәй, компьютер аша эш итеп, илдең теләһә ҡайһы төбәгенән шылтырата ала.
Шуға күрә, аҡсағыҙ теүәл булһын, тиһәгеҙ, бындай шикле номерҙарға яуап бирмәҫкә, сит кешеләргә банк карталарының һандарын әйтмәҫкә, уларҙың тәҡдиме буйынса карта менән бәйле бер ниндәй операциялар башҡармаҫҡа кәрәк. Бик кәрәк тип тапмаһағыҙ, банктарҙың онлайн ҡушымталарын да ҡуллан-мауығыҙ хәйерле.
Резеда ХӘСӘНОВА яҙып алды.
Читайте нас: