Кеше һәм закон
31 Декабря 2020, 21:00

Маҡсатына һәм һөнәренә тоғро

Бөгөн — Эске эштәр органдары хеҙмәткәре көнө.

Бөгөн — Эске эштәр органдары хеҙмәткәре көнө

Советтар Союзында эшләүсе оперуполномоченныйҙар хаҡында төшөрөлгән данлыҡлы «Место встречи изменить нельзя» кинофильмын ҡарап, «Киләсәктә мин милиционер булам» тип хәл иткән ҡыҙыҡайға ул ваҡытта 7 генә йәш була. Һәм маҡсатлы ҡыҙ ошо ниәтенән, бала саҡтағы хыялынан һис тайпылмай, киреһенсә, тырышып буласаҡ һөнәренә юл яра. Һүҙем Әбйәлил районы буйынса эске эштәр бүлегендә подполковник дәрәжәһендәге берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ Гөлнара Ҡаһарманова тураһында.

— Ул осорҙа милицияла эшләүсе ҡыҙҙар һирәк ине, шуға күрә мине был уйымдан барыһы ла: ата-әсәйем дә, өләсәйем дә, туғандарым да кире күндерергә тырышты, — тип хәтерләй бала сағын Гөлнара Ғәзитдин ҡыҙы. — Тик бер апам ғына, милиционерҙар ҙа яҡшы кеше ул, тип минең ынтылышты хупланы.

Ҡыҙының үҙ һүҙен бирмәйәсәген күргәс, әсәһе Хәмдиә апай уның киләсәген уйлап, ул ваҡытта тик БДУ-ла ғына булған юридик факультетҡа конкурс ҙур буласағын аңлай һәм Гөлнараға төплө белем алыу өсөн Р. Ғарипов исемендәге гимназияға барырға тәҡдим итә. Тал Ҡусҡары мәктәбендә тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән, спорт, атап әйткәндә, саңғы һәм йөҙөү менән, ихлас шөғөлләнгән ҡыҙ һынауҙы еңел тапшырып, 9-сы кластан 1-се интернат-гимназияла белем ала башлай. Бында ла ул яҡшы уҡый, төрлө олимпиадалар еңеүсеһе була, саңғы буйынса ярыштарҙа призлы урындар яулай. Сығарылыш класына еткәс, гимназияла уҡыусы Әбйәлил йәштәре менән осрашырға табип Ишмырҙа Һиҙиәтов килә. «Ишмырҙа Хәйернур улы ысын мәғәнәһендә оло йөрәкле, шәфҡәтле һәм изге кеше булыуына инанаһың, — ти Г. Ҡаһарманова. — Бер уйлаһаң, беҙ бит уға бер кем дә — туғаны ла, яҡыны ла түгел, ә ул: «Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, медуниверситетҡа барығыҙ, үҙем инергә ярҙам итермен» тип саҡырып килгән». «Юҡ, мин милицияла эшләйәсәкмен», — тип үҙенекен тыҡыған Гөлнара шулай итеп, бер урынға 17-18 абитуриент дәғүә иткән, ныҡ популяр булған, БДУ-ның юридик факультеты студенты булып китә.

Әммә өсөнсө курстан һуң уға ситтән тороп уҡыуға күсергә тура килә, сөнки ауыр 90-сы йылдар, урындағы хужалыҡ бөтөп, ата-әсәһе эшһеҙ ҡала, студент уҡытыу еңелдән булмай. Шуға ла, Гөлнара ғаиләләге баш бала булараҡ, «уҡып та, эшләп тә йөрөрмөн», тип районға ҡайта һәм эске эштәр бүлегенә килә. Был 1995 йыл була. Милиция начальнигы Р. Т. Усманов уны тәүтикшереү бүлегенә тәғәйенләй.

Бәлки, күңеле һиҙеп тә, ауылға ҡайтҡандыр, кем белә, тик Гөлнара милицияға эшкә төшөп, ярты йыл да үтмәй, әсәһе вафат була һәм ғаиләне, 16 йәшлек ҡустыһы, 12 йәшлек кенә һеңлеһен ҡарау, уҡытыу, туйҙар үткәреү — барыһы ла уның иңдәренә ята. Йәш көйө ошондай ауырлыҡты күтәреү, бер юлы яуаплы хеҙмәттә эшләү өсөн саҡматаштай ныҡ булырға кәрәк. Бындай тормош һынауҙарына ирҙәр ҙә бирешә әле. Тик Гөлнара һыр бирмәй, ҡушылған һәр эште урын-еренә еткереп үтәй, енәйәт эштәрен ваҡытында тикшереп, тапшыра, тиҙҙән кесе лейтенант званиеһын ала. Тәфтиш бүлегенә күсеп, ике йыл тәжрибә туплаған маҡсатлы хеҙмәткәрҙе 2003 йылда тәүтикшереү бүлеге начальнигы — йәмәғәт хәүефһеҙлеге милицияһы начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Тик МОБ начальниктары йыш алмашына, йә хаҡлы ялға китә, шуға күрә был вазифаны ла башлыса Г. Ҡаһармановаға тартырға тура килә. Йәғни, патруль-пост хеҙмәте, ЮХХДИ, шуның менән бергә үҙенең тәүтикшереүселәре — нигеҙҙә ир-егеттәр генә эшләгән бүлектәргә етәкселек итергә кәрәк була. Йәш ҡыҙҙы эшкә һанамаусы, һүҙ көрәштерергә маташыусылар ҙа табыла, әлбиттә, тик ауырлыҡтар Гөлнараны сыныҡтыра ғына: ул яратҡан эшен ташларға һис уйламай. Киреһенсә, тәүтикшереү бүлегенә бынамын тигән, һөнәрҙең һәр нескәлеген белгән, эште һүҙ тейгеһеҙ итеп башҡарған коллектив туплай. Ул етәкләгән осорҙа Әбйәлил тәүтикшереүселәре республикала гел алдынғылар рәтендә иҫәпләнә. Үҙе лә бүлек намыҫын төрлө конкурс-ярыштарҙа яҡлап сығыш яһай. Мәҫәлән, «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» республика конкурсында ҡатнашып, йөҙөү буйынса (элекке оҫталыҡ онотолмай) беренсе урын яулай.

Гөлнара Ғәзитдин ҡыҙының закон һағындағы намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһалана: ул БР Эске эштәр министрлығының, муниципаль район хакимиәтенең Почет грамоталары, өс дәрәжә «За отличие в службе» күкрәк билдәһе, «Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының почетлы хеҙмәткәре» исеме һәм башҡа маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнә. 35 йәшендә Г. Ғ. Ҡаһармановаға подполковник званиеһы бирелә. «Атайымдың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ, — ти ул. — Яңы погондарымды әҙерләгәнендә ул хатта күҙ йәштәрен тыя алманы. Йәл, был көндө әсәйемә һәм йәшләй үлеп ҡалған ҡустыма ғына күрергә насип итмәне…»

Ҡул аҫтындағы коллегалары менән уртаҡ тел таба белгән, документацияны теүәл алып барған хеҙмәткәргә 2014 йылда шәхси состав менән эшләүсе төркөмгә (кадрҙар бүлегенә) етәксе булып күсергә тәҡдим итәләр. Үҙе өсөн бөтөнләй ят өлкә булһа ла, ихлас тотона ул яңы эшкә. Оҙаҡ йылдар тәртипкә һалынмаған барлыҡ документтарҙы яйға һала, һәр хеҙмәткәрҙең шәхси эшен теүәлләй һәм ярты йылдан бүлеккә килгән Рәсәй Эске эштәр министрлығы тикшереүселәре уның эшенә ыңғай баһа бирә. Полицияла бөгөн төплө белемле, оператив һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә һәләтле хеҙмәткәрҙәр тупланған икән — бында Гөлнара Ғәзитдин ҡыҙының да өлөшө ҙур.

Көндәлек, алһыҙ-ялһыҙ, мәшәҡәтле хеҙмәтенән бушаған арала ул ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас эштәр менән булышырға ла өлгөрә: һеңлеһенең, ҡустыһының балаларын тәрбиәләшә, ауылға ҡайтып, йорт-ҡураһын тәртипкә килтерә, яҙ һайын күпләп үҫенте ултыртып, көҙгөһөн баҡсаһынан мул уңыш йыя, ҡышҡылыҡҡа етерлек салат-ҡайнатма әҙерләй. Туғандарына ярҙамсыл һәм оло йөрәкле һеңле-апай, нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ, коллегаларына ысын иптәш һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеге һағында фиҙаҡәр эшләүсе хоҡуҡ һаҡсыһы ул Гөлнара Ҡаһарманова.

Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас