+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
8 Март 2021, 11:25

Баланы йәберһетергә бер кемдең хоҡуғы юҡ

тип белдерҙе РФ Президенты Владимир Путин Эске эштәр министрлығы вәкилдәре менән уҙғарған кәңәшмәлә.#ВладимирПутин

Ил башлығы айырыуса интернет селтәре аша бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе суицидҡа, наркотиктар таратыуға йә башҡа хәүефле хәлдәргә этәреүсе әҙәмдәргә ҡаршы көрәш аяуһыҙ булырға тейеш булыуын баҫым яһаны.
«Интернет тормоштоң бөтә тармаҡтарына ла үтеп инде, тимәк ул да илдә булған юридик закондарға, йәмғиәт ҡағиҙәләренә буйһонорға тейеш», — тине В. Путин. 1 февралдән үҙ көсөнә ингән законға ярашлы, социаль селтәрҙәр хужалары, провайдерҙар тыйылған контентты үҙҙәре табырға һәм киң ҡулланылыштан юйырға тейеш, тигән талап ҡуйыла. Кире осраҡта уларға 8 миллион һумғаса штраф янай.
фото: АиФ
Читайте нас: