Кеше һәм закон
16 Марта 2021, 06:15

Рейдтар дауам итәсәк

Асҡар ауыл биләмәһенең ултырыштар залында бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның киңәйтелгән ултырышы үтте.

Асҡар ауыл биләмәһенең ултырыштар залында бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ко-миссияның киңәйтелгән ултырышы үтте.
Башта комиссия ағзалары көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләрҙе ҡараны — балаларын тейешле тәрбиәләмәгән ата-әсәләргә төҙөлгән административ протоколдар буйынса ҡарарҙар сығарҙы, саҡырылған ата-әсәләр һәм үҫмерҙәр менән әңгәмә уҙғарҙы. Асҡар ауылында йәшәүсе ике үҫмер, мәҫәлән, «комендант сәғәте»н һанға һуҡмай, тәүлек-тең ҡараңғы ваҡытында урамда йөрөүҙәре арҡаһында үҙ-ара низағлашҡан компанияға эләккән һәм һөҙөмтәлә бәләгә ҡала яҙған. Улар икеһе лә, башҡаса төндә сыҡмайбыҙ, тип вәғәҙә бирҙеләр. Курорт төбәгендәге ауылдарҙың береһендә йәшәгән уҡыусы малай, ҡар ташлап, ауылдағы магазиндың тәҙрәһен ярыуы арҡаһында, уның әсәһенә протокол төҙөлгән.
Үҫмер саҡта кем яңылышмай, әлбиттә, тормошта төрлө хәлдәр була, һәр кем үҙен күрһәткеһе, тиҫтерҙәре алдында текәрәк булып күренгеһе лә киләлер, был аңлашыла. Әммә закон барыһы өсөн дә бер һәм яуаплылыҡтан ҡасып булмаясаҡ. Шуға күрә балаларығыҙға «комендант сәғәте» тураһында даими иҫкәртеп тороғоҙ, үҙҙәренән өлкән йәштәгеләр менән аралашыу осраҡтары булһа, ваҡыт табып, ул кешеләрҙең кем булыуы хаҡында ҡыҙыҡһынығыҙ, водитель танытмаһы булмаған малайҙарға машина бирмәгеҙ, балаларҙың имен-һау булыуы тик беҙҙән — ата-әсәләрҙән тора икәнлеген онотмағыҙ.
Комиссияла иҫәптә торған имен булмаған ғаиләләр менән артабан эш алып барыу, рейдтарҙы дауам итеү буйынса пландар билдәләнде.
Уҙған йылда башҡарылған эштәр, профилактика, суицидҡа ҡаршы көрәш һәм үҫмерҙәр араһында аутоагрессияны иҫкәртеү һөҙөмтәләре тураһында бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия секретары Нәдилә Фәттәхова һөйләп үтте.
Таһир Кусимов исемендәге гимназия психологы Зилә Мәғәфүрова балалар араһында киң таралған хәүефле хәл — буллинг хаҡында бәйән итте һәм мәктәптәрҙә, үҫмерҙәр мөхитендә уны булдырмау саралары йәки йәберһетеүгә дусар булған балаларға нисек ярҙам итеү буйынса кәңәштәр бирҙе.
Сара һуңында комиссия рәйесе — район башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Артур Дәүләтбаев йыл дауамында бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән, үҫмерҙәр һәм балалар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса етди эш алып барған Әбделмәмбәт урта мәктәбе директоры урынбаҫары Гөлфиә Моратшина менән Таһир Кусимов исемендәге гимназия педагог-психологы Зилә Мәғәфүроваға — почет грамоталары, Рауил һәм Таштимер ауыл биләмәләре башлыҡтары Абдулхаҡ Солтанов менән Вәсилә Абсаҙыева, Ишҡол урта мәктәбе директоры Азат Махийәнов, опека һәм попечителлек бүлегенең баш белгесе Рита Шәрәфетдинова, «Осҡон» гәзитенең яуаплы секретары Резеда Хәсәнова, «Ҡурай» ғаилә тәрбиәһе биреү үҙәгенең директоры урынбаҫары Рәйлә Сирубаева, Буранғол ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ғәзим Усмановҡа рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Читайте нас