Кеше һәм закон
19 Марта 2021, 09:50

Иҫерек водителдәргә яза ҡәтғиләнә

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай, даими рәүештә эсеп руль артына ултырған водителдәрҙе өс йылға иркенән мәхрүм итәсәктәр, тип яҙа «Коммерсантъ» гәзите.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай, даими рәүештә эсеп руль артына ултырған водителдәрҙе өс йылға иркенән мәхрүм итәсәктәр, тип яҙа «Коммерсантъ» гәзите. РФ Енәйәт кодексына ошондай төҙәтмәләр индереү тәҡдиме менән Эске эштәр министрлығы сығыш яһаған. Әлеге көндә Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһына ярашлы, икенсе тапҡыр иҫереп руль артына ултырған автоһәүәҫкәргә енәйәти яуаплылыҡ, 300 мең һумғаса штраф һәм ике йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай ине. Төҙәтмәләр үҙ көсөнә инһә, штраф күләме 500 мең һумға тиклем артасаҡ, ә иректән мәхрүм итеү ваҡыты өс йылға оҙайтыласаҡ. Закон проекты Генераль прокуратурала, Юғары судта, Тәфтиш комитетында һәм Президент хакимиәтендә хуплау тапҡан.
Читайте нас