Кеше һәм закон
19 Март 2021, 06:05

Иҫерткес үләнде ҡышҡыһын да йыялар

Красная Башкирия ауылы эргәһендә йыл һайын киндер үләне йыйыусы күрше өлкә кешеләре полиция хеҙмәткәрҙәренә эләгеп тора.

Эске эштәр министрлығы муниципаль органдар менән берлектә 15-нән 26 мартҡа тиклем «Үлем менән сауҙа итеүселәр тураһында хәбәр ит!» профилактик сараһының беренсе этабын үткәрә. Был осорҙа хоҡуҡ һаҡсыларына наркотик менән сауҙа итеүселәрҙе генә түгел, наркотик йә психоактив матдәләр ҡулланыусылар тураһында ла хәбәр итергә мөмкин. Бынан тыш «тура бәйләнеш» телефондары аша наркотик ауына эләккән яҡындарығыҙға ярҙам күрһәтеү буйынса кәңәштәр ҙә алырға мөмкин.
Беҙҙең районда ағыулы матдәләр менән сауҙа иткән, наркотик ҡулланған кешеләрҙе белһәгеҙ, тәүлек әйләнәһенә 2-22-01 (эске эштәр бүлегенең дежур часы), 2-24-91 (енәйәти эҙләү бүлеге), 8-999-742-62-46 телефондарына шылтыратып, хәбәр итергә мөмкин. Анонимлыҡ гарантиялана.
Енәйәти эҙләү бүлеге оперуполномоченныйы Тимур Уйылданов ике этапта «Наркозаслон» оператив сараһы үтеүе һәм йыл башынан был юҫыҡта бер енәйәт эше асылыуы һәм өс административ протокол төҙөлөүе тураһында хәбәр итте.
Красная Башкирия ауылы эргәһендә йыл һайын киндер үләне йыйыусы күрше өлкә кешеләре полиция хеҙмәткәрҙәренә эләгеп тора. Был юлы, ҡыш тип тормай, баҫыу ситендә туңып ултырған үләндәрҙе йыйып йөрөгән үҙебеҙҙең район кешеләре ошо биләмәлә йәшәгән патруль-пост полицейскийҙары күҙенә салынған. Асыҡланыуынса, улар киндер (марихуана) үләнен йыйып, «Красная Башкирия» хужалығының ташландыҡ фермалары бинаһында ҡайнатып, ҡулланырға ниәтләгән. Наркотик ҡуланыусыларҙың береһе быға тиклем дә шартлы рәүештә хөкөм ителгән булған. Шуға күрә уны РФ Енәйәт кодексының 228-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса яуаплылыҡҡа тарттырып, һаҡ аҫтына алғандар ҙа инде. Был ваҡиғала ҡатнашҡан икенсе егет буйынса тикшереү дауам итә.
Административ протоколдар иһә урам буйынса, йәмәғәт урындарында наркотик матдә ҡулланып, шуның шауҡымында йөрөгән кешеләргә ҡарата төҙөлгән. Уларҙы, законға ярашлы, хоҡуҡ һаҡсылары, дауаханаға алып барып тикшертә, әгәр анализында наркотик булыуы асыҡланһа, ошондай административ сара күрелә. Улар был ағыуҙы ҡайҙалыр ҡуллана, әммә үҙҙәрендә һаҡламай, шуға күрә енәйәт эше ҡуҙғатылмай.
Бөгөнгө көндә районда наркологияла иҫәптә 20 кеше тора, улар суд ҡарарына ярашлы, ай һайын килеп, үҙенең сәләмәтлек торошон тикшертеп торорға бурыслы.
Читайте нас