Үкенескә ҡаршы, шундай шылтыратыусыларға ышанып, аҡсаһыҙ тороп ҡалған райондаштар кәмемәй. Кибер-енәйәтселәр әллә шул хәтлем гипноз көсөнә эйәме, әллә беҙҙең халыҡ шулай тиҙ ышаныусанмы, ниңәлер, мутлыҡ ҡылыусыларҙың хәбәренә әүрәп, йә кредит картаһы асалар, йә тир түгеп эшләгән аҡсаһын белмәгән әҙәмдәрҙең иҫәбенә күсереп тә ҡуялар.
Енәйәти эҙләү бүлеге начальнигы Азат Йомағужин әйтеүенсә, быйыл мутлыҡ ҡылыусылар тарафынан алданған 9 кешенән ғариза ҡабул ителгән, 7 енәйәт эше асылған. Ғинуарҙа, мәҫәлән, билдәһеҙ кеше беҙҙең районда йәшәгән бер ҡатындың мобиль телефонына шылтырата һәм үҙен Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәре тип таныштыра. «Карталағы бонустарҙы һеҙҙең иҫәпкә күсерергә ине», — ти ул. Мөләйем һөйләшкән «хеҙмәткәргә» ышанған ҡатын Һаҡлыҡ банкыһының онлайн ҡушымтаһын тоташтыра һәм шылтыратыусыға был ҡушымтаға инеү өсөн кодты әйтә. Артабан карталағы аҡсаларҙың яҙмышы билдәһеҙ...
Әлеге лә баяғы «Һеҙҙең банк картаһынан енәйәтселәр аҡса урларға ниәтләй», — тип банктың именлек хеҙмәтенән шылтыратҡан кеше, тағы бер райондашты алдап, быға юл ҡуймаҫ өсөн 200 мең һум күләмендә кредит алырға тәҡдим итә һәм алдаштырып, кредит аҡсаһын үҙ иҫәбенә күсертеп тә ала. Асҡар ауылында йәшәгән тағы бер ҡатынға шылтыратҡан әҙәм дә, «Һеҙҙең картағыҙҙа 24 мең һум аҡса бар, уны хәүефһеҙ иҫәпкә күсереп тормаһағыҙ, енәйәтселәр тоҙағына эләгеүегеҙ ихтимал», — тип шикләндереп, аҡсаны үҙҙәренә күсертә. Һаҡлыҡ банкыһындағы терминалға килеп, бөтә кәрәкле операцияларҙы башҡарғанға тиклем, трубканың теге яғындағы абонент был ҡатын менән әңгәмәләшеүен дауам итә. Шул рәүешле, ул сихырланған кеше кеүек, үҙ иҫәбендә булған аҡсаларҙан тыш, онлайн ҡушымтанан тағы 100 мең һумдан ашыу кредит алып, был сумманы ла енәйәтселәргә ебәрә. (Ошондай йөкмәткеле тәҡдим яңғырағанда һеҙ әҙерәк уйланмайһығыҙмы ул? Моғайын, банк картағыҙҙа миллион һум аҡса ятмайҙыр бит. Шундай шылтыратыу булды, нимәшләргә икән, тип туғандарығыҙ, таныштарығыҙ менән кәңәшләшһәгеҙ, исмаһам).
Был осраҡтар буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса эш асылған, тикшереү бара. Әммә билдәһеҙ телефон һандарынан, илдең икенсе осонан шылтыратып, һеҙҙе үҙ ауҙарына эләктергән енәйәтселәрҙең эҙенә төшөүе бик икеле.