Коронавирус пандемияһы Рәсәйгә ҡапыл килеп инеүе арҡаһында халыҡ үҙҡурсалау шарттарына ҡалырға мәжбүр булды. Ә был үҙ сиратында енәйәтселек артыуына килтерҙе, тип белдерә РФ Эске эштәр министрлығы. Айырыуса ауыр енәйәттәр — кеше үлтереү, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы йәберләү, кешеләр менән сауҙа итеү һаны артыуы — былар барыһы ла пандемия һөҙөмтәһе. Ошо киҫкен мәсьәләгә бәйле Берләшкән Милләттәр Ойшмаһының ашығыс кәңәшмәһе лә уҙғарылды.
Үҙҡурсалау ваҡыты төрлө законһыҙ баҙарҙарға юл асты, кеше интернет аша күпләп тауар алдырыуы арҡаһында мутлыҡ ҡылыусылар алғы планға сыҡты.
Рәсәйҙә былтыр урлашыу, мутлыҡ ҡылыу, кеше талау осраҡтары артһа, 852,5 кеше төрлө сәбәптәр буйынса енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Әйткәндәй, был арауыҡта хөкүмәт аҡсаһына ҡул һоноусылар ҙа күбәйгән. 1,8 мең енәйәт милли проекттар аҡсаһын үҙләштерергә маташыуға бәйле. Милли проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн яуаплы кешеләр башлыса «Демография», «Торлаҡ һәм ҡала мөхите», «Мәғариф», «Һаулыҡ һаҡлау» проекттарына бүленгән сараларҙы үҙ кеҫәһенә һалырға теләгән.
Тағы бер хәүефле осраҡ — пандемия мәлендә террористик һәм экстремистик ойошмалар эшмәкәрлеге кинәт артҡан. Уларҙы алдан иҫкәртеү генә оло бәләнән һаҡлап алып ҡалған. Террорсылар шул уҡ интерент селтәрен әүҙем файҙалана һәм кибер-енәйәтселәр кеүек үк иң алдынғы технологиялар менән эш итә.