Документҡа ярашлы, Ҡырым ярымутрауы сит ил граждандарына ер участкалары биреү рөхсәт ителмәгән сик буйы биләмәләренә индерелде. Был сикләү Ҡырымдың 25 муниципаль берәмегенең 19-ында, шул иҫәптән Евпаторияла, Керчтә, Ялта һәм Судакта, ғәмәлдә.
Әгәр законды үтеп, нинәдйҙер сит ил гражданы был биләмәләрҙә ер участкаһына эйә булһа, йыл дауамында уның был ергә хоҡуҡтары алынырға тейеш. Әгәр милексе бынан баш тартһа, ер участкаһын мәжбүри рәүештә һатыуға ҡуясаҡтар.