Тәфтиш комитеты мәғлүмәтенә ярашлы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөүгә йүнәлтелгән аҡсаны төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе үҙ кеҫәһенә һалыу өсөн схема уйлап тапҡан. Ул, таныш эшҡыуары менән кадастр эштәрен башҡарыу өсөн килешеү төҙөгән. Әммә был эштәрҙең хаҡын ул ике тапҡыр күберәк тип күрһәткән һәм артыҡ аҡсаны үҙенә алырға ниәтләгән. Йәғни кадастр эше ғәмәлдә 22 мең һум булһа, килешеүҙә ул 170 мең һум итеп күрһәтелгән.