Кеше һәм закон
31 Марта 2021, 12:10

Эшһеҙмен тиһә лә...

Еңел аҡса эшләү теләге кешене ниндәй генә аҙымдарға этәрмәй. Мутлыҡ юлы менән төрлө алымдар уйлап табырға ғына торалар. Тәүтикшереү бүлегендә быйыл мутлыҡ ҡылыусыларға ҡарата асылған бер нисә енәйәт эше тикшерелде. Уларҙың берәүһе хаҡында тәүтикшереүсе Регина Махийәнова һөйләне.

— Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар категорияһына ингән егет, эшһеҙ тип табылып, Мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә торған һәм эшһеҙлек буйынса пособие алған. Был үҙәктә иҫәптә торған граждандар, ниндәйҙер эшкә урынлашыуы, башҡа килем сығанағы табыуы тураһында ваҡытында иҫкәртергә бурыслы. Әммә, егет, эшһеҙлек буйынса пособие алған килеш, төҙөлөш ойошмаһына эшкә төшкән һәм эш хаҡы ла алып йөрөгән булып сыҡты. Ә Мәшғүллек үҙәге уға биш ай дауамында 150 мең һумдан ашыу пособие күсергән. Шул рәүешле, эшһеҙмен тип, пособие алған һәм шул уҡ мәлдә эшләп тә, аҡса алып йөрөгәне өсөн был егеткә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 159.2-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса эш асылды. Ул мутлыҡ ҡылыуҙа һәм хөкүмәт аҡсаһын законһыҙ тотоноуҙа ғәйепләнә. Тикшереү бара.
Читайте нас