— Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә былтыр, пандемия шарттарында, йәмәғәт урындарында санитар нормаларҙың, битлек режимының теүәл үтәлешен тикшереү йүнәлешендә эшләне. Ошо осорҙа меңдән ашыу административ протокол төҙөлдө.
Төп маҡсат — халыҡ араһында низағтарҙы булдырмау, ҙур саралар ваҡытында йәмәғәт тәртибен күҙәтеү һәм енәйәтселекте иҫкәртеү булып ҡала. Былтыр район биләмәһендә Салауат совхоз утары эргәһендә тәбиғи ҡаҙылмаларҙы сығарыу буйынса тикшеренеү, ағас ҡырҡыу эштәре башланыу сәбәпле, Әбйәлил һәм эргә-тирәләге райондар халҡы ҡаршылыҡ белдереп, йыйындар уҙғарҙы. Уларҙа күп кеше ҡатнашты. Полиция хеҙмәткәрҙәре был йыйындарҙа тупаҫлыҡ, бер-береңде кәмһетеү, башҡа төрлө хоҡуҡ боҙоуҙар булмаһын өсөн һаҡта торҙо.
2020 йыл күрһәткестәре теркәлгән енәйәттәр һәм ауыр енәйәттәр һанының артыуын күрһәтә. Айырыуса мутлыҡ ҡылыу, банк карталарынан, телефон иҫәптәренән аҡса урлау, водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән килеш, тағы эсеп руль артына ултырыу кеүек енәйәттәр күбәйҙе.
Криминаль йәһәттән Хәлил, Рауил, Йәнгел, Красная Башкирия һәм Асҡар ауыл биләмәләре хәүефле һанала.
Шул уҡ мәлдә кеше үлтереү, урлашыу, кеше талау, транспорт сараларын ҡыуып алып китеү кеүек енәйәттәр кәмене. Йәмғеһе 403 кеше енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Бәлиғ булмағандар тарафынан ҡылынған енәйәттәр һаны унау булһа, шуларҙың икеһе — эскән килеш.
Спиртлы продукцияны законһыҙ әйләнештән алыу йүнәлешендә етди эш барҙы. Эскән килеш ҡылынған енәйәттәр һаны 15,2 процентҡа артып, 250-гә етте. Иң күп «иҫерек» енәйәттәр һаны Асҡар, Хәлил, Ташбулат һәм Таштимер ауыл биләмәләрендә теркәлде. Ошоға бәйле, биләмә башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, участка уполномоченныйҙарына булышлыҡ итеүҙәрен, берлектәге рейдтар уҙғарыуҙарын һорар инем. Лицензияһы булмайынса араҡы, башҡа алкоголь продукцияһы һатыусылар икенсе тапҡыр тотолһа, уларға ҡарата ла енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған, былтыр РФ Енәйәт кодексының 238-се статьяһы буйынса ике енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Бөгөнгө замандың төп бәләһе — телефон, интернет аша енәйәт ҡылып, кеше аҡсаһын үҙләштереүселәр. Эшләп йөрөгән кешеләр һәм пенсионерҙар иң йыш зыян күрә, сөнки уларҙың банк карталары була. Аферистар ниндәй генә мутлыҡ схемалары уйлап тапмай. Былтыр бындай енәйәттәр һаны 185,7 процентҡа артты, шуларҙың 26-һы дистанциялы рәүештә, йәғни телефон аша ҡылынды. 19 кешенең банк картаһынан аҡса урланды.
Юлдарҙа ла хәл тыныс түгел, былтыр кеше һаулығына һәм ғүмеренә зыян килгән 46 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, шуларҙың 9-ы — эскән водителдәр арҡаһында. Аварияларҙа өс баланың ғүмере ҡыйылыуы бигерәк аяныслы. Был фажиғә эскән үҫмерҙең, «права»һы булмайынса, машинаға идара итеүе һәм юлда ҡарауһыҙ йөрөгән аттарға бәрелеүе арҡаһында килеп сыҡты. Йәғни, ике ҡурҡыныс фактор тура килеп, ошондай аяныслы хәлгә килтерҙе.
ЮХХДИ инспекторҙары уҙған йылда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған 11133 кешегә административ протокол төҙөнө, икенсе тапҡыр эсеп рулгә ултырған 82 водитель енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Ҡарауһыҙ, көтөүсеһеҙ йөрөгән малдарҙы урлауҙары ла тәбиғи. Теркәлгән 8 осраҡта ла малдарҙы иркен утлауҙан алып киттеләр.
Наркотиктар һәм психотроп матдәләрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш оперативниктар тарафынан һөҙөмтәле алып барыла. Был тармаҡта 18 енәйәт асыҡланды, 17 кеше енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылды, шуларҙың өсәүһе — беҙҙең райондан. «Мәк» профилактик сараһы киндер үләне үҫкән 53 урынды асыҡланы.
Иҡтисади енәйәттәр һәм коррупцияға ҡаршы көрәш тә хоҡуҡ һаҡсылары өсөн өҫтөнлөклө булып ҡала, былтыр иҡтисади йүнәлешле 12 енәйәт асыҡланды. Коррупциялылар иҫәбенә ингән биш енәйәт иҫкәртелде. Урман ҡырҡыу һәм сығарыу ҡанундарын боҙған 19 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Экстремистик һәм террористик тәғлимәт таратыусыларҙы асыҡлау беҙҙең даими контролдә ҡала. Был йүнәлеш буйынса районда хәл тотороҡло. Ил биләмәһенә законһыҙ ингән мигранттарҙы тикшереү буйынса рейдтар йыш уҙғарылды, гражданлығы булмаған 456 кеше асыҡланды. Сит ил граждандарын эшкә йәлеп иткән 8 эшҡыуарға күрһәтмә яҙылды.
Һәр хәлдә лә беҙ халыҡ именлеге, хәүефһеҙлек маҡсатында хеҙмәт итәбеҙ һәм һәр төрлө мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итергә әҙербеҙ.