Тәфтиш комитетының республика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Учалы районында баланы эттәр талап үлтергәндән һуң Сәфәр ауыл биләмәһе башлығы ҡулға алынған.
Тәфтишселәр әйтеүенсә, биләмә башлығы ауыл халҡының берәҙәк эттәргә зарланыуын иғтибарһыҙ ҡалдырған һәм законға ярашлы, был эттәрҙе аулауҙы һәм махсус урындарға урынлаштырыуҙы һорап, тейешле органдарға мөрәжәғәт итмәгән. Ул Учалы ҡала хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итеп, хәлде үҙгәртә ала ине, тип яҙа комитеттың матбуғат хеҙмәте.
Тәфтиш комитеты рәйесе А. Бастрыкин был хәлде үҙенең контроле аҫтында тота. Әммә аҡ эт бәләһе ҡара эткә тигән кеүек килеп сыға түгелме? Әлеге лә баяғы федераль закон эттәрҙе атыуҙы, ағыулауҙы тыя, ә аулаусыларға мөрәжәғәттәр йыш ҡына яуапһыҙ ҡала. Хәҙер бөтә яуаплылыҡты башлыҡ иңдәренә һалып, дүрт аяҡлы «дуҫтарын» ҡарауһыҙ йөрөткән, ташлап киткән, уларҙың күпләп үрсеүенә юл ҡуйған битараф хужаларға өндәшмәйекме?