Йырсы үҙенең клиптарында наркотик матдәләрҙе пропагандалауҙа ғәйепләнә. Эске эштәр министрлығының наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса идаралығы «Розовое вино-2» һәм «Family» клиптары өсөн эш асҡан. Рэперҙы наркотиктар пропагандалауҙа ғәйепләп, ЛДПР депутаты Дмитрий Носов ғариза яҙған.
Әлегә Моргенштерн был хәл буйынса бер ниндәй ҙә фекер белдермәгән, бары тик үҙ сәхифәһендә билдәле адвокат Сергей Жорин менән төшкән фотоһын һалған. Был эш буйынса ғәйепләнеүсегә 1 миллион һумға тиклем штраф янауы ихтимал.