Башҡортостан прокуроры Владимир Ведерников төбәктә хоҡуҡ тәртибен булдырыу буйынса даими эшләгән координация кәңәшмәһе ултырышында белдереүенсә, былтыр күҙәтеү ведомствоһы милли проекттарҙы тормошҡа ашырған саҡта 250 закон боҙоу осрағын асыҡлаған, ете енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
"Ошоға тиклем Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ, Өфө районының Зубов ауылдарында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы биҫтәлә балалар баҡсалары файҙаланыуға тапшырылмаған, - тине прокурор. - Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы биҫтәлә 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөгән саҡта башҡарылмаған эш өсөн күп миллионлап аҡса түләнгән. Шулай уҡ Өфөнөң Дим биҫтәһендә, Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ауылындағы мәктәптәр төҙөлөшөндә лә ошоноң кеүек етешһеҙлектәр бар. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылды. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырған саҡта законды үтәү – беҙҙең дөйөм бурыс, уны барыһы ла күҙәтергә тейеш", - тине Владимир Ведерников.
Кәңәшмәне алып барған республика Башлығы Радий Хәбиров быйыл милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 26,5 миллиард һум аҡса ҡаралғаны һәм уның 18,2 миллиард һумы федераль бюджеттан икәнлеге хаҡында әйтте.
Әйткәндәй, Р. Хәбиров милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы профилле ведомстволарҙың эшенән ҡәнәғәт ҡалманы. Ул Премьер-министр Андрей Назаровҡа һәр етешһеҙлекте ентекләп өйрәнергә, хәлде төҙәтеү өсөн саралар күрергә ҡушты.