БР Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Учалы районы прокуратураһы тарафынан 29 йәшлек Свердловск өлкәһе кешеһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Асыҡланыуынса, 2021 йылдың февралендә был ир Белорет ҡалаһы автовокзалына такси саҡырта һәм таксист булып эшләгән 35 йәшлек ҡатындың автомобиленә ултырып, Учалыға алып барыуын һорай. Әммә юлда уның башына енәйәти уй килә һәм ул машинаны туҡтатыуҙы талап итеп, водителдең муйынын телефон зарядкаһы шнуры менән быуа башлай. Шул арала ҡатынды туҡмай һәм бысаҡ менән янай. Ҡатын, ҡаршылыҡ күрһәтеп, машинанан сығып ҡаса, әммә енәйәтсе уны ҡыуып етә һәм салонға индереп бәйләп һала, үҙе рулгә ултыра һәм кеше йөрөмәгән ергә алып барып, көсләй.
Артабан ул, һаман таксисҡа үлтереү менән янауын дауам итеп, кире руль артына ултырырға мәжбүр итә һәм Учалыға барып еткәс, уның 6700 һум күләмендә аҡсаһын тарытп алып, ҡаса. Ҡатындың ғаризаһы буйынса хоҡуҡ һаҡсылары уны ике көндән тотоп ала. Ир үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған, уға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 131-се статьяһының 2-се өлөшө, 162-се статьяһының 2-се өлөшө һәм 166-сы статьяһының 4-се өлөшө буйынса эш асылған. Эште Учалы район суды тикшерә.