Кеше һәм закон
30 Апреля 2021, 04:41

Енәйәтселәргә ышанып, фатирын да һатҡан

Район эске эштәр бүлегендә мутлашыусылар арҡаһында бихисап аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан ҡатындан ғариза ҡабул ителгән.

Район эске эштәр бүлегендә мутлашыусылар арҡаһында бихисап аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан ҡатындан ғариза ҡабул ителгән. Үҙҙәрен төрлө ойошмалар хеҙмәткәрҙәре тип таныштырып, телефондарыбыҙға шылтыратҡан был әҙәмдәр гипноз һәләтенә эйәлер, тип уйларға тура килә, сөнки телефон аша ғына аралашҡан, белмәгән кешегә тота килеп анау хәтлем сумманы ебәреү башҡа һыймаҫлыҡ хәл.
Асҡар ауылында йәшәүсе пенсионер ҡатын һөйләүенсә, быйыл ғинуар айында уның телефонына билдәһеҙ ир шылтырата һәм үҙен «Profit Assist» инвестицион ойошмаһының аналитигы итеп таныштыра. Ул ҡатынға «Һеҙ күпмелер аҡса һалып, был сумманы инвестициялай, йәғни бер нисә тапҡырға арттыра алаһығыҙ», тип ышандыра. Шылтыратыусы был ғәмәлдәрҙе шул тиклем инандырырлыҡ итеп һөйләй һәм райондашыбыҙ уның кәңәшен тотоп, ошо ойошмаға 300 мең һум аҡса һалырға хәл итә. Билдәле, бындай сумма уның үҙендә булмағас, ул банкка барып, 300 мең һумға кредит ала. Артабан, трубканың теге яғындағы ир уға ниндәйҙер Гурьянов Вадим Николаевичтың реквизиттарын ебәрә һәм аҡсаны тулыһынса шул иҫәпкә күсерергә ҡуша. Шулай итеп, пенсионер үҙ исеменә алған 300 мең һум кредит аҡсаһын, банк кассаһы аша билдәһеҙ әҙәмдәргә күсерә.
Әммә хәйләһеҙ ҡатынды үҙ тоҙағына эләктергән енәйәтселәр бының менән генә «туймай» әле. Ғинуар аҙағында теге «аналитик» тағы шылтыратып, сумманы тулыһынса инвестициялау өсөн тағы 200 мең һум етмәй, ти. Был юлы ҡатын шикләнеп тә тормай, тағы бер банк офисына барып, йәнә үҙ исеменә 191 мең һум кредит ала!
Бер аҙнанан енәйәтсе тағы шылтырата: «Беҙҙең иҫәпкә тағы 100 мең һум күсереүегеҙ һорала», — ти ул. Ҡатын был юлы микрозаймдар биреүсе ойошмаға мөрәжәғәт итә һәм 66778 һум күләмендә займ ала. Әммә был аҡса тегеләр һораған суммаға тулмай бит әле тип, өйөндә булған бөтә алтын биҙәүестәрен ломбардҡа тапшырырға ҡарар итә. Шулай итеп, ул алтын һырға-балдаҡтарын ғына түгел, ҡыйбатлы шәшке тунын Магнитогорск ҡалаһындағы ломбардҡа илтеп тапшыра. Был әйберҙәренән ул 30 мең һумға яҡын аҡса сығара һәм бөтә сумманы — 99 мең һумды Гурьяновтың иҫәбенә күсерә.
Бынан тыш ул тағы алтын әйберҙәрен һатып, аралашсы ролен үтәгән егеткә 40 мең һум күләмендә аҡса ебәрә.
Анһат ҡорбан тапҡан мутлашыусылар бының менән генә туҡтап ҡалмай, шылтыратыуҙар, ватсап аша аралашыуҙар һәм аҡса «һығыу»ҙар дауам итә. Улар, шылтыратҡан һайын, аҡсағыҙ инвестиция ағымына ебәрелде, ошо арала һеҙгә 3 миллион һум кире ҡайтарыласаҡ, тип ышандыра һәм ҡатын ысынлап та «мөғжизә»гә өмөт итә, телефон аша һөйләшкән яғымлы тауышлы ир енәйәтсе икән тип уйлап та бирмәй.
Апрель айында инде ул, ике бүлмәле фатирын һатып, енәйәтселәр иҫәбенә тағы 1 080 000 һум аҡса күсереп ҡуя. Уйлап ҡарағыҙ — миллион һумдан ашыу аҡса билдәһеҙ әҙәмдәрҙең иҫәбенә күсә. Ә бит улар араһында бер ниндәй яҙма килешеүҙәр төҙөлмәй, ниндәйҙер гарантия бирелмәй, шылтыратыусыларҙың шәхесен раҫлаусы бер бөртөк документ күрһәтелмәй, ә аңы томаланған ҡатын уларға аҡса күсерә лә күсерә...
Әйтеүенсә, уның йортона участка инспекторы бер нисә тапҡыр килгәне, мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ өсөн ни эшләргә кәрәклеге тураһында аңлатҡаны ла була. «Бер ҡасан да үҙем шундай хәлгә тарырмын тип уйламай инем», — ти ул.
Хәҙер, инвалид бала тәрбиәләгән, бер пенсияһына ҡарап ултырған, фатирһыҙ ҡалған ҡатын банктарҙан алған иҫәпһеҙ кредиттарын түләргә мәжбүр...
Р. МӘСӘЛИМОВА.
Читайте нас