Уның маҡсаты — һыу ятҡылыҡтарындағы балыҡтар ыуылдырыҡ һалған осорҙа күмәртәләп балыҡ тотоу осраҡтарын иҫкәртеү.
Полиция һеҙмәткәрҙәре был осорҙа районда булған күл-йылға буйҙарына рейдтарға сығып, ау һалған, кәмә менән балыҡ тотҡан, йәғни браконьерлыҡ менән шөғөлләнгән кешеләрҙе асыҡлай. «Ба-лыҡсылыҡ һәм һыу ресурстарын һаҡлау тураһында» Федераль закондың 54-се статьяһына ярашлы, тыйылған осорҙа хәүефле алым менән балыҡ тотоп эләккән кешеләрҙең бөтә тотҡан табышы һәм кәмә, ҡармаҡ, ау кеүек ҡорамалдары тартып алына һәм улар енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Нисек балыҡ тотоу рөхсәт ителә һуң? Ҡағиҙәләргә ярашлы, ыуылдырыҡ сәсеү осоронда балыҡсылыҡты туҡтатып торорға теләмәһәгеҙ, спиннинг, ҡалҡыуыслы бер ҡармаҡ, бер «донка» менән ярҙан тороп ҡармаҡларға була.
Биологик ресурстарға зыян килтергән кешеләргә түбәндәгесә штрафтар билдә-ләнгән (Әбйәлил һыу ятҡылыҡтарындағы балыҡтарға ҡағылышлы):
Бағры, аҡ балыҡ, карп, суртан, толстолобик, йәйен, ағасаҡ (бер данаһы өсөн) — 925 һум. Язь, ҡарабалыҡ, ҡорман һәм шамбы — 500 һум. Сабаҡ, ҡыҙылғанат, алабуға, ажау, табан балыҡ — 250 һум. Мәҫәлән, ау һалып 10 баш суртан тотһағыҙ, 10 мең һумға яҡын штраф түләргә тура киләсәк. Әгәр балыҡ ыуылдырыҡ сәскән мәлдә «тыныс һунар»ға сыҡһағыҙ, был сумма икеләтә арттырыла. Йәғни, бер суртан өсөн 1850 һум (унау өсөн 18 мең һум) штраф буласаҡ.
Тәүтикшереү бүлегендә әле законды боҙоп, Сыбаркүлдә ау һалған кешегә ҡарата енәйәт эше ҡарала. Асыҡланыуынса, был ир апрель аҙағында кискеһен Сыбаркүлгә һалған ауын тартып сығарып, унан алабуға, ҡыҙылғанат, суртан кеүек балыҡтар алған. Ошоноң менән ул тәбиғи ресурстарға ҙур зыян килтергән, сөнки балыҡты ул ыуылдырыҡ сәсеү мәлендә аулаған. Был кешегә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 256-сы статьяһының 1-се өлөшө буйынса эш асылды, тикшереү бара. Һыу ятҡы-лыҡтарында браконьерлыҡ менән шө-ғөлләнгәне өсөн уға 10 мең һумдан ашыу штраф янай.
Римма БАЙТҮРИНА,
тәүтикшереүсе.