Кеше һәм закон
27 Мая 2021, 06:25

Тура эфирҙа — Зариф Байғусҡаров

27 май 15 сәғәттә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров тура эфирҙа бурыслыларға хеҙмәткә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы күләмендәге табышты һаҡлап ҡалырға һәм бурыстар өсөн был сумманы тотоп ҡалыуҙан һаҡларға мөмкинлек биргән закон проекты тураһында һөйләйәсәк.

27 май 15 сәғәттә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров тура эфирҙа бурыслыларға хеҙмәткә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы күләмендәге табышты һаҡлап ҡалырға һәм бурыстар өсөн был сумманы тотоп ҡалыуҙан һаҡларға мөмкинлек биргән закон проекты тураһында һөйләйәсәк. Тура эфирҙы ( https://vk.com/bayguskarov_z_z и https://www.instagram.com/bayguskarov_zarif/ аккаунттарында ҡарарға мөмкин. Был мәсьәләгә ҡағылышлы һорауҙарығыҙ булһа, Зариф Байғусҡаровтың Faсebook, Instagram һәм ВКонтакте аккаунттарының береһендә әле үк ҡалдырырға мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Дәүләт Думаһы “Берҙәм Рәсәй”ҙең РФ Граждандар кодексының 446-сыстатьяһына һәм “Башҡарыу производствоһы тураһында”ғы федераль законға үҙәгрештәр индереү буйынса проектын тәүге уҡыуҙа ҡарағайны инде.
“Күптәр пенсияһына, эш хаҡына, башҡа мөлкәтенә арест һалыуҙарға дусар булды. Бындай саралар банктар, микрофинанс ойошмалар файҙаһына суд ҡарары буйынса атҡарыла. Ғәҙәттә кеше ауырыһа, йәки эшен юғалтһа, бурысҡа бата. Ошондай хәлгә осраған кешеләргә ярҙам итеү маҡсатында “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары кешенең тейелмәҫлек суммаһын ҡалдырыу һәм уға бер генә ведомствоның да арест һалырға хоҡуҡлы түгеллеге хаҡында закон проектын тәҡдим итте. Проектты Дәүләт Думаһында мин алып барам, уны тикшергәндә күп һорауҙар тыуҙы, шуға күрә тура эфир үткәрергә булдым, — тип аңлатма бирҙе депутат.
Читайте нас