Кеше һәм закон
28 Мая 2021, 06:30

"Иҫерек" авариялар һаны арта

Дәүләт Думаһында 2024 йылға тиклем юлдарҙағы үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметергә уйлайҙар

Дәүләт Думаһында 2024 йылға тиклем юлдарҙағы үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметергә уйлайҙар
2021 йылдың ғинуар-апрель айҙарында Башҡортостанда 102 кеше үлде, 1154 кеше йәрәхәт алды, күптәре ғүмерлеккә инвалид булып ҡалды. Дәүләт Думаһының Башҡортостандан депутаты Зариф Байғусҡаров социаль селтәрҙә шундай мәғлүмәттәр һалды. Ул юл-транспорт ваҡиғаларының иҫерек ғәйеплеләре проблемаһын хәл итеү һәм миллионлаған ғаиләләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн РФ Енәйәт кодексының 264-се статьяһына етди язалар ҡараған төҙәтмәләр индерергә кәрәк тип иҫәпләй.
“Төплө анализ күренеүенсә, бер тапҡыр административ йә енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылған водителдәрҙең ҡабаттан хоҡуҡ боҙоуҙары күҙәтелә. Был күрелгән язаларҙың ҡаты булмауы тураһында һөйләй”, - тип яҙа депутат.
Инициативаны “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы күтәреп сыҡты һәм уны Зариф Бйғусҡаров алып бара.
Дәүләт Думаһы тәүге уҡыуҙа төҙәтмәләрҙе хупланы. Шулай итеп, иҫерек килеш транспорт йөрөткән өсөн водителгә 300 мең һумдан ярты миллионға тиклем штраф һалынасаҡ. ДТП булмаған һәм берәү ҙә зыян күрмәгән осраҡта ла енәйәт эше асыласаҡ. Бындай сара юлдарҙағы “иҫерек” аварияларҙы сикләр тип ышана депутаттар.
Читайте нас