Кеше һәм закон
4 Июня 2021, 08:45

Был төр пенсиялар автоматик рәүештә тәғәйенләнәсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2022 йылдың 1 ғинуарынан ҡайһы бер төр пенсиялар һәм өҫтәмәләр ғаризаһыҙ рәүештә тәғәйенләнә башлаясағын белдерҙе.

Рәсәй Президенты В. В. Путин 2022 йылдың 1 ғинуарынан инвалидлыҡ буйынса пенсия ғаризаһыҙ рәүештә тәғәйенләнә башлаясағын белдерҙе. Ғаризаһыҙ тәртип инвалидлыҡ буйынса социаль һәм страховка пенсияларға һәм мәшғүллек хеҙмәттәре тәҡдиме буйынса тәғәйенләнгән пенсияларға ҡағыла.
Инвалидтарҙың федераль реестрына мәғлүмәт ингәндән һуң ул автоматик рәүештә Пенсия фондына ебәрелә. Мәғлүмәт биш эш көнө эсендә ҡарала һәм кешегә пенсия тәғәйенләү тураһында извещение ебәрелә.
Инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһы граждандың ризалығы менән ул дәүләт хеҙмәттәре порталына биргән реквизит буйынса иҫәбенә күсерелә.
Унан тыш, төбәк социаль өҫтәмәләр һәм ваҡытынан алда тәғәйенләнгән пенсиялар ғаризаһыҙ тәртиптә иҫәпләнә.
Был документ шулай уҡ ауыл пенсионерҙарына (йәшәү урынына ҡарамай) страховка пенсияһына нығытылған (фиксированный) өҫтәмәне гарантиялай. Хәҙер ауыл хужалығында 30 йыл эшләгән өсөн ҡартлыҡ буйынса һәм инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияларына 25 процент өҫтәмә тейешле. Ул өҫтәмәнең күләме 2021 йылдың 1 ғинуарынан 1511 һум тәшкил итә.
Читайте нас